

Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы Әсә булыуҙалыр! Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр...
Әсәйҙәрҙең йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡараштарын, тәмле аштарын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр... Шундай мәғәнәле, наҙлы, һоҡландырғыс, уйландырғыс һүҙҙәр. Үҙ эсенә күпме мәғәнә һыйҙыра, күпме йылылыҡ бөркә ошо бәләкәй генә һүҙ!
Минең дә донъяла иң яҡын һәм ҡәҙерле кешем - ул әсәйем.
Әсәйем, Вәлиева Гөлсөм Фәйзулла ҡыҙы, бар тәбиғәт гөл-сәскәгә күмелгән ваҡытта Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында донъяға килгән. Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Артабан Белорет медицина училищеһының фельдшерҙар бүлегенә уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, Сәйетбаба участка дауаханаһына эшкә ҡайта һәм фельдшер булып эш башлай. Атайым менән танышып татыу ғаилә ҡороп ебәрәләр, беҙгә өс балаға ғүмер бирәләр. Әсәйем үҙ һөнәренә тоғро ҡалып бер үк урында тулы утыҙ йылдан артыҡ йыл эшләй. Коллективта уны бик яраталар һәм хөрмәт итәләр, шуға күрә лә үҙенең эшен бик яратып башҡара. Әсәйемдең эше еңелдән түгел, яуаплы ла, ауыр ҙа. Мин быны бик яҡшы аңлайым. Әсәйем бар яҡҡа ла өлгөрә. Тәҙрә төптәрен тултырып гөлдәр ҙә үҫтерә, ҡул эштәре менән дә мауыға. Апайым менән мин дә медицина юлынан киттек.
Ҡәҙерле Әсәйемде тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым! Уға сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем. Ҡайгы-хәсрәт күрмәй, балаларыңдың, изгелеген күреп, оҙон оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Беҙ һине яратабыҙ!
Наҙгөл Вәлиева.