

Хәйбулла районының Мәмбәт күп тармаҡлы ауыл клубында эшләп килгән "Туржы ынйылары" фольклор коллективы ауылдың бер биҙәге булып тора. Етәксеһе Мәмбәтова Вәсилә Хәйрулла ҡыҙы. Был коллектив 2006 йылда уткәрелгән 2-се Шәжәрә байрамына әҙерлек барышында сәсәниә Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина һәм Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усмановаларҙың тәҡдиме буйынса ойошторолған. Быйыл июлдә 20 йыл була. Тәүге составтағы әүҙем инәйҙәрҙең урынына йәштәр килеп тора. 40-78 йәш арауығындағы 10-14 кеше был коллектив ағзаһы.
Ауылда һәм районда үткәрелгән сараларҙа бик әүҙем ҡатнашалар. Боронғо йолаларҙы, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеп, тәбиғәт байрамдары үткәрәләр. Туй йолаларының бер өлөшө, бөгөнгө көнгәсә һаҡланып килгән, "Килен төшөрөү", "Ҡыҙ оҙатыу", ''Киленгә һыу башлау" кеүек күренештәрен сит ауылдарға ла сығып күрһәтәләр. Мәктәп коллективы, уҡыусылар, китапханасы Кәипова Вилена Дан кыҙы менән берлектә "Кәкүк сәйе", "Ҡарға буткаһы", "Малдарҙы көтөугә сығарыу " кеүек байрамдарҙы ла ойошторалар. Дини байрамдарҙа мөнәжәттәр башҡаралар.