

Журналдың тышлығына күҙ һалыу менән, ҡайһылай сибәр ҡыҙ, кем икән, тип ҡыҙыҡһыныуығыҙ көн кеүек асыҡ. Үҙе һылыу, үҙе эшсән, үҙе батыр был ҡыҙ Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан Миңлегөл Ғәббәсова була. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған ҡыҙ бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында күҙ табибы булып эшләй. Уның хаҡында Зөһрә Үтәғолованың “Күҙ табибы Миңлегөл” тигән яҙмала уҡырға мөмкин.
Журналда МХО батырҙарына шаҡтай урын бирелә. Был юлы Ураҙ батыры Ленар Динмөхәмәтов, Хәйбулла бөркөтө “Зевс” ҡушаматлы яугир тураһында мәҡәләләр бар.
Журналыбыҙҙың 1-се һанында Гөлдәр Ғәбитованың “Шәрифә” исемле повесы донъя күргәйне. Уҡыусылар әҫәрҙе яратып ҡабул итте. Был юлы авторҙың “Зәнзәбилә” тигән әҫәрен тәҡдим итәбеҙ. Айгөл Ғәлиәкбәрованың “Тортилланың парадоксы” тигән хикәйәһе лә журнал уҡыусылар күңенә хуш килер тип ышанабыҙ. Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың композитор Роза Сәхәүетдинова тураһында “Йырлы-моңло ғүмер юлы” тигән мәҡәләһе бөйөк талант эйәһенең бөтә эшмәкәрлеген күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә.
Тағыламы? Етеп торор. Ҡалғанын журналды ҡулығыҙға алғас, үҙегеҙ белерһегеҙ.