+14 °С
Облачно


Башҡортостандың халыҡ артисы, радио ветераны Фәниә Хәлитова-Сөләймәнова арабыҙҙан китте.
Фәниә Байгилде ҡыҙы 1939 йылдың февралендә Мәләүез районы Һыртлан ауылында тыуған.
Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм музыка мәктәбендә эшләгәндән һуң 1971 йылда “Башҡортостан” телерадиокомпанияһына күсә.
Төрлө йылда мөхәррир, өлкән мөхәррир, комментатор булып эшләй, күп тапшырыу авторы, фонд туплауҙа әүҙем ҡатнаша.
Фәниә Хәлитова-Сөләймәнова - Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты.