Шоңҡар
+16 °С
Дождь
Мәҙәниәт
15 Июля , 13:05

Пенсионерҙар, шатланығыҙ!

80 йәше тулған пенсионерҙар. Июлдә 80 йәшен тултырған пенсионерҙар августан икеләтә билдәләнгән түләүҙәр (күләме 19 169, 38 һум) аласаҡ.  Өҫтәмә автоматик рәүештә тәғәйенләнә һәм пенсияның страховка өлөшөнә генә ҡағыла. Июлдә беренсе төркөм инвалидлыҡ алған граждандар ҙа ошондай уҡ өҫтәмәгә хоҡуҡлы.

Пенсионерҙар, шатланығыҙ!Пенсионерҙар, шатланығыҙ!
Пенсионерҙар, шатланығыҙ!

Хаҡлы ялдағы өс категория граждандарға пенсия арта

Тупланма пенсия билдәләнгән граждандарға түләү 20% тиерлек арттырыла, ә эшләп йөрөгән пенсионерҙарға өҫтәмә 470 һумдан артмай, тип яҙа.

Эшләп йөрөүсе пенсионерҙар. 1 августан Социаль фонд эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын автоматик рәүештә яңынан иҫәпләй. Максималь өҫтәмә өс пенсия коэффициенты менән сикләнгән. 2026 йылда балл хаҡы (156,76 һум) иҫәпкә алынып, максималь өҫтәмә 470,28 һум тәшкил итәсәк. Ғариза яҙырға кәрәкмәй.

Тупланма пенсия алыусылар. 1 августан тупланма пенсиялар ҙа ғаризаһыҙ тәртиптә ҡайтанан иҫәпләнә. Өҫтәмәнең күләме аҡсаны ҡайҙа туплауға бәйле. Аҡса Социаль фонд идаралығында булһа, 17,3% арта. Берлектә финанслау программаһында ҡатнашыусылар, әсәлек капиталын ҡулланыусылар йәки үҙаллы иғәнә индереүселәр өсөн өҫтәмә 19,3% була.

80 йәше тулған пенсионерҙар. Июлдә 80 йәшен тултырған пенсионерҙар августан икеләтә билдәләнгән түләүҙәр (күләме 19 169, 38 һум) аласаҡ.  Өҫтәмә автоматик рәүештә тәғәйенләнә һәм пенсияның страховка өлөшөнә генә ҡағыла. Июлдә беренсе төркөм инвалидлыҡ алған граждандар ҙа ошондай уҡ өҫтәмәгә хоҡуҡлы.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас