

2026 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу ваҡыты тамамланды. Был юлы ла журналыбыҙ менән дуҫ булып ҡалыусыларға тәрән хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барлыҡ журналдар араһынан баймаҡтар иң күбе “Шоңҡар”ға яҙылған. Ҙур рәхмәт һеҙгә!
Ниһайәт, “Яҙыл да бүләк от” конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Иң төп приз – мультиварка Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Салауат Иҫәндәүләтов өлөшөнә сыҡты.
Сәйнүк – Гөлнур Шәрипова (Мәләүез);
Таба – Минира Бикәнәсова (Ауырғазы);
Миксер – Л. Юлгилдина (Стәрлетамаҡ);
Кәстрүл – Миңзәлә Мәмәтҡолова (Ғафури);
Үтек – Миңзәлә Иҫәндәүләтова (Баймаҡ);
Фэн – Ғилман Шәрипов (Сибай);
Электр ҡырынғысы – Булат Ғабдухаҡов (Баймаҡ).
Барлыҡ еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Бүләктәрҙе килеп алыу буйынса 8 927 94 431 70 телефоны буйынса шылтыратығыҙ.