Шоңҡар
+23 °С
Ясно
Мәҙәниәт
20 Июля , 08:35

Журналдың июль һаны сыҡты

Журналдың июль һаны сыҡтыЖурналдың июль һаны сыҡты
Журналдың июль һаны сыҡты

Был юлы журналдың тышлығын шағирә, уҡытыусы Зарина Бағышаева биҙәй. Шағирәнең тормош юлы, ижады хаҡында Гөлнур Ҡыуатова ойошторған йәнле әңгәмә лә бирелгән. Ейәнсура районының Ишемғол ауылында йәшәүсе күп балалы әсә, блогер, мәҙәниәт хеҙмәткәре Лилиә Мөхәмәтйәнова хаҡында “Изгелеккә, наҙға тулы күңел” тигән мәҡәлә аша танышырға мөмкин.

   Тәнзилә Кейекбаеваның  (Ғилманова) “Һарыҡай” тигән автобиографик повесы, Гөлфинә Сәлимованың  “Бәхет кәсәһе” хикәйәһе әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ. Мәрйәм Мәхмүтйәнованың  “Шәмәхә төҫөндәге күлдәк”, Гүзәл Яппарованың “Йылан ояһы” тигән яҙмалары уйланырға мәжбүр итә. Рәзинә Зәйнетдинованың “Игеҙәктәр – илгәҙәктәр” тигән мәҡәләһе Күгәрсен районының Буҫтыбай ауылында үҫкән өс игеҙәк ҡыҙ тураһында булыр.

Быларҙан тыш та  журналд  фәһем бирерҙәй яҙмалар бихисап. Уларын баҫманы ҡулығыҙға алғас, үҙегеҙ уҡырһығыҙ.

Журналдың июль һаны сыҡты
Журналдың июль һаны сыҡты
Журналдың июль һаны сыҡты
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас