

Һәр һөнәрҙең үҙенә күрә нескәлектәре лә, кире яҡтары ла бар.
Кино сәнғәте һәр осорҙа ла төрлө ваҡиғалары менән тарихта ҡала. Роль өсөн үҙен ҡорбан иткән актерҙар ҙа етәрлек.
Хит Леджер “Тёмный рыцарь” фильмындағы Джокер роле өсөн үҙен ҡорбан итә. Ул үҙ теләге менән бер айға отелдә бикләнеп йәшәй. Геройының көндәлеген алып бара, уның кеүек һөйләшергә, көлөргә өйрәнә. Тәүлегенә икешәр сәғәт кенә йоҡлаған актерҙың тиҙҙән нервы системаһы ҡаҡшай. Шулай итеп, яуыз герой ролен ул бирелеп башҡара. Һөҙөмтәлә, “Оскар”ҙы алғансы уҡ яҡты донъя менән хушлаша.
“Черный лебедь” психологик триллерының төп геройы Наталия Портманға ла “Оскар”ҙы алыуы еңел бирелмәй. Репетициялар башланғас та, режиссер уны башҡаларҙан айырым йәшәүен, роль эсенән тәүлек буйы сыҡмауын талап итә. Етмәһә, кишер һәм сәтләүек генә туҡланырға мәжбүр булған актриса физик яҡтан да хәлдән тая. Һуңынан ул: “Фильмды төшөрөү мәлендә үк үлермен кеүек тойола башлаған ине”, - тип хәтерләй.
Фото интернеттан алынды.