Шоңҡар
+14 °С
Облачно
Мәҙәниәт
15 Августа , 08:26

Халыҡ үҙе уйлап сығара

Никулин менән килһәң, бушҡа бирер инем! 

Халыҡ үҙе уйлап сығараХалыҡ үҙе уйлап сығара
Халыҡ үҙе уйлап сығара

Мөхәббәтле парҙар булып киноға төшкән күп артистар аҙаҡ ысынбарлыҡта ла ҡауышып ҡуя. Йә был пар тураһындағы имеш-мимештәрҙе халыҡ үҙе уйлап сығара. "Бриллиантовая рука" фильмын ҡарағас та, күптәр Гребешкованы Никулиндың ҡатыны тип уйлай. Тик улар ошо фильм эсендә генә "пар" булып ҡала. Әммә халыҡ барыбер өҙмәй ҙә ҡуймай. Гребешкованы урамда туҡтатып та: "Ирең кем?" - тип йыш һорайҙар. Тик ул һәр ваҡыт дөрөҫөн әйтә.

Бер тапҡыр баҙарға бәрәңге алырға бара. Бер килоһын бер һумға һатҡан һатыусы уны: "Икенсе юлы ирең Никулин менән килһәң, бушҡа бирәм!" - тип оҙатып ҡала.

Йылдар үткәс тә, Никулин менән Гребешкова араһындағы һүҙ туҡтамай. Хатта бер ваҡыт халыҡ: "Гребешкова яҡшы ролдәр өсөн режиссерға сығып, Никулинды ташлаған икән", - тип ғәйбәт тә сығара. 

Фото интернеттан алынды. 

Халыҡ үҙе уйлап сығара
Халыҡ үҙе уйлап сығара
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас