Шоңҡар
+25 °С
Облачно
Мәҙәниәт
19 Августа , 04:25

ЯҢЫ БАЙРАМҒОЛ ҠЫҘЫ

Тап шул ауылда Эльвира Ринат ҡыҙы донъяға килгән дә инде. Әсәһе — уҡытыусы, атаһы — токарь, район гәзитенең эшсе хәбәрсеһе.Әлбиттә, бәләкәй ҡыҙҙы иҫ белерҙән алда уҡ китаптар уратып ала, ул әсәһенең бер ҡулында үҙен тирбәтеп, икенсеһе менән яҙышып ултырғанын күреп үҫә.

ЯҢЫ БАЙРАМҒОЛ ҠЫҘЫЯҢЫ БАЙРАМҒОЛ ҠЫҘЫ
ЯҢЫ БАЙРАМҒОЛ ҠЫҘЫ


Төркөмөбөҙҙә билдәле кешеләрҙең бала сағы тураһында ла яҙып торабыҙ. Мөһабәт ағастарҙың да сыбыҡ ҡына сағы булған, улар шул урман кисергәнде кисереп үҫкән. Балаларға үрнәк уларҙың тормош юлы.
Әлеге ваҡытта иң билдәлеләр араһында, әлбиттә, Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова. Уны мин депутат булып эшләгән сағымдан беләм: төрлө сараларҙа ла осрашып тороу өҫтөнә, комитетыбыҙҙың ултырыштарына ла килә, репортаждар әҙерләй торғайны ул. Фекер алышыуҙар ваҡытында бик урынлы, мәсьәләгә бүтән ҡараштан иғтибар итерлек һорауҙар биреп ебәреүе бик мәғлүмәтле журналист икәнен күрһәтеп тора ине. Уның сәйәсмәндәр мөхитендә ҡайнап йөрөп үҙе лә сәйәсәткә инеп китеүе бик тәбиғи кеүек тойолдо миңә.
Педучилищела уҡыған сағымда, Учалы районында практика үткәндә, Яңы Байрамғолда булырға тура килгәйне. Гөрләп торған, йылҡысылығы, үҙешмәкәрлеге, халҡының уңғанлығы менән яҡшаты сыҡҡан төйәк ине ул Курсташтарым да бар ине был ауылдан.

ЯҢЫ БАЙРАМҒОЛ ҠЫҘЫ
Тап шул ауылда Эльвира Ринат ҡыҙы донъяға килгән дә инде. Әсәһе — уҡытыусы, атаһы — токарь, район гәзитенең эшсе хәбәрсеһе.Әлбиттә, бәләкәй ҡыҙҙы иҫ белерҙән алда уҡ китаптар уратып ала, ул әсәһенең бер ҡулында үҙен тирбәтеп, икенсеһе менән яҙышып ултырғанын күреп үҫә. Ауыл уҡытыусыһы бит башҡалар кеүек үк мал аҫрай, колхоз эштәрендә ҡатнаша, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ хужалыҡ мәшәҡәттәренән тыш дәрестәргә лә әҙерләнергә, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға тура килә.
Билдәле инде, Эльвира ла һәр ауыл балаһы кеүек кесе йәштән ошо мөхит тормошонда ҡайнап, хеҙмәт тәрбиәһе лә алып үҫә.
Әсәй хеҙмәттә ҡайнап йөрөгәндә һис шикһеҙ әзәһе ярҙамға килә. Ярҙамға тип, баланың балаһы балдан татлы тип, өләсәйҙәр үҙҙәре үк бәпләргә генә тора бит ейән-ейәнсәрҙәрен.
Байрамғол яҡтары бит еләккә бай, ул таш еләге (клубника) – турғай башындай! Сыбарат тауында һуң, бауланып ята! Бала тыуған яҡ хозурлығын, бәрәкәтле ер ниғмәттәрен күреп, Ватанға һөйөү хисе алып үҫә. Ихата тулып үҫкән бәпкәләрҙе ҡырға алып сығып, бергә төйлөгәндән һаҡлайҙар, бергә ем һибәләр – донъя көтөргә әҙерләй ейәнсәрен уңған ҡатын.
Учалылар йыр-моңға маһир икәнен һәр кем белә. Өләсәһе лә ҡумыҙ тарта, ейәнсәрен дә өйрәтә, милли моңдо күңеленә һала.
Бәләкәйҙән ҡыҙ ауыл тормошоноң бар проблемаларын, ололарҙың тырыш хеҙмәтен күреп, уҡытыусы ғаиләһендә ил-донъя хәлдәре тураһында ла ишетеп үҫә. Баш бала бит, кесе туғандарын бағыша, үҙе белгәндәрҙе уларға өйрәтә.
Күрше райондан булғас, таныш уҡытыусылар ҙа күп. Эльвира Ринат ҡыҙы тураһында һүҙ сыҡһа, ул ни биш йәшенән “Правда” гәзитен уҡыған ҡыҙыҡай ине лә, тип ебәрәләр.
Уның менән бер мәл үҙебеҙҙең бала сағыбыҙ тураһында һөйләшеп киттек.
- Иртә уҡырға өйрәнеүем арҡаһында мин беренсе класҡа ике тапҡыр барҙым, - тип аптыратты.
Уҡый-яҙа белгәс, алты йәшенән һабаҡҡа төшөрәләр. Тик бәләкәй генә буйлы, йәшкә лә башҡаларҙан кесе балаға уҡытыусы өйгә эш тә бирмәй, таҡтаға ла сығармай икән. Йәлләгәндер, аяғандыр инде. Был бик күңелһеҙ тойолған Эльвираға. Ҡыҙының күңелһеҙләнеп йөрөгәнен күреп, әсәһе:
- Ярай, балам, йәштәштәрең менән киләһе йыл барырһың, - тип, киләһе йылға ҡалдыра.

ҠАҘАҠСА УҠЫП МӘКТӘП ТАМАМЛАЙ
Ә икенсе класта уҡығанда уларға Ҡаҙағстанға күсеп китергә тура килә. Өләсәһе менән хушлашырға килгәндәре һаман әле күҙе алдында ейәнсәренең. Һөйөп-һөйөп, бәхеттәр, уңышлы юлдар теләп, ҡапҡа тышына сығып оҙатып ҡала әсә балаҡайҙарын.
Яңы мөхит, тәбиғәт, икенсе мәҙәниәт, мәктәптә тел дә башҡа. Әммә башҡорт телен яҡшы белгән зирәк ҡыҙ тиҙ үк ҡаҙаҡса һөйләшә башлай, мәктәпте уңышлы тамамлай.
Унда йәшәгән осорҙа тәрән тетрәнеү кисерергә тура килә Эльвираға – өләсәһенең вафат булыуын хәбәр итәләр. Уны шул саҡта ҡарт һымаҡ күрһә лә, саҡ алтмыштан уҙған булған икән. Бик оҙаҡ уны онота алмай, һағына ейәнсәре.

ИЖАДҠА, СӘЙӘСӘТКӘ ЮЛ БАШЫ
Ҡыҙ мәктәп тамамлағас, ғаилә тыуған яҡҡа ҡайта, буласаҡ журналист, сәйәсмән Белоретта педагоглыҡҡа уҡып сыға, артабан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. 1995 йылда БДУ-ла уҡып йөрөгән ваҡытында уҡ «Ленинец» гәзитендә эшләй башлай.
Журналистикала үҙенсәлекле ҡәләмле, мәғлүмәтлелеге менән таныла.
Сәйәсмән булараҡ ана шул ауылда, хеҙмәт кешеләре тормошон, хәҙер инде башҡа ил булып киткән Ҡаҙағстандағы үҙгәрештәрҙе күреп үҫеүе уға проблемаларҙы аңлап, яҡшы күҙаллап эшләргә ярҙам итә лә инде.

Туған телде яҡшы белеүҙең, мотлаҡ белеүҙең кәрәклеген дә ул үҙ тәжрибәһе аша һынаған.
Башҡа бик күп эштәре менән рәттән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе булараҡ, ул балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәтеүҙең ни тиклем мөһим икәнен аңлап, ҙур эшмәкәрлек алып бара.

Шәхес бала саҡтан башлана — кешенең бөтә тормошона ҡоролған нигеҙ булып тора ул.
Быға Эльвира Ринат ҡыҙының тормошо асыҡ миҫал.

Фотола: 1. кескәй Эльвира эш сәфәренә киткән атаһына хат "яҙа". 2. Әсәһе Гөлсирә Йософ ҡыҙы һәм ейәнсәре менән. 3. Ултырышта. 4. Милли кейем халҡыбыҙҙың тарихи ҡомартҡыһы.

Гүзәл СИДИҠОВА.

ЯҢЫ БАЙРАМҒОЛ ҠЫҘЫ
ЯҢЫ БАЙРАМҒОЛ ҠЫҘЫ
ЯҢЫ БАЙРАМҒОЛ ҠЫҘЫ
ЯҢЫ БАЙРАМҒОЛ ҠЫҘЫ
ЯҢЫ БАЙРАМҒОЛ ҠЫҘЫ
Автор:
Читайте нас