Шоңҡар
+7 °С
Ясно
Мәҙәниәт
11 Сентября , 16:10

Был һылыуҙы кем таный?

“Ул үҙен сәхнә артында ла бик әҙәпле, тыйнаҡ, икенсе конкурсант ҡыҙҙарға ҡарата ла иғтибарлы, ихтирамлы, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуы менән оҡшаны” – ти Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова.

Был һылыуҙы кем таный?Был һылыуҙы кем таный?
Был һылыуҙы кем таный?

"Бәләкәй саҡтан ныҡ ижади бала булып үҫтем. Бейеү, театр түңәрәктәренә яратып йөрөнөм. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға тырыштым. Шул иҫәптән матурлыҡ конкурстарында ла. 2003 йылда башта мәктәптә, һуңынан район кимәлендә үткән “Һылыуҡай” конкурсында Гран-при алыуға ирештем. 2004-се йылда көсөмдө Республика “Һылыуҡай” конкурсында һынап ҡарарға булдым. Мин ҡатнашҡан йылда, икенсе йылдарҙан айырмалы конкурс ике көн уҙғарылды. 21 ҡыҙ араһынан ете кеше генә финалға үтте. Икенсе урын яуланым. Минең өсөн был конкурс та, яулаған икенсе урыным да бик ҡәҙерле. Ул ваҡытта 11-се синыф уҡыусыһы ғына инем. Ҡурҡмайынса, үҙемдә ҡыйыулыҡ табып, баш ҡалаға килеп, Республика кимәлендәге конкурста лайыҡлы ҡатнашыуым менән ғорурланам. Ул йылдарҙа “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире булып эшләгән Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова жюри ағзаһы ине. Финалға үткән ҡыҙҙар араһынан ул миңә журнал тышлығында сығыу бәхетен бүләк итте. Ни өсөн тап мине һайлағандар һуң? Баҡтиһәң, жюри ағзалары һылыуҡай конкурсанткаларын сәхнәлә генә түгел, ә сәхнә артына сығып та шым ғына күҙәтеп, баһалап йөрөгән икән. Сәхнәлә һәр кем үҙен матур тота, ә бына сәхнә артындағы образ ысын барлыҡҡа тап киләме юҡмы икәнлеген күҙәткән улар. “Ул үҙен сәхнә артында ла бик әҙәпле, тыйнаҡ, икенсе конкурсант ҡыҙҙарға ҡарата ла иғтибарлы, ихтирамлы, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуы менән оҡшаны” – тине Йомабикә апай. Шулай итеп, 17 йәшемдә абруйлы "Башҡортостан ҡыҙы" журналының тышлығында сығыу бәхете тейҙе миңә. Йомабикә апайға был ышаныс өсөн мин сикһеҙ рәхмәтлемен!", - ти "Башҡортостан ҡыҙы" журналында, 2004 йылдың август һаны тышлығында, сыҡҡан сибәркәй. 

Шулай итеп, был һылыуҙы кем таныны? 

Был һылыуҙы кем таный?
Был һылыуҙы кем таный?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас