Шоңҡар
+13 °С
Облачно
Мәҙәниәт
20 Сентября , 16:55

Моңға тоғро Иншар

Хәҙерге ваҡытта Иншар район мәҙәниәт йортонда мәҙәниәт әйҙәүсеһе булып эшләй. Әммә ул йыр-моңға булған мөхәббәтен сәхнәлә ла тулыһынса асырға тырыша. Ошо йәһәттән  дуҫтары  менән менән тыуған ауылында үҙенең тәүге ҙур концертын ойошторҙо. Сара — уның ижад юлына фатиха һорауы, яңы баҫҡыстарға юл асыу булды.

Моңға тоғро ИншарМоңға тоғро Иншар
Моңға тоғро Иншар

Ауырғазы егет Иншар Вәлитовтың  моңға ынтылышы бәләкәй сағынан уҡ башлана. Үҙенең йыр-моңға һөйөүен ғаиләһе лә, уҡытыусылары ла ҡеүәтләп, рухландырып тора. Был рухи терәк, күңел йылыһы уның артабанғы ижади үҫешенә ҙур йоғонто яһай.

Мораҙым урта мәктәбен тамамлағас, Иншарға һөнәр һайлау ауырлыҡ тыуҙырмай — ул 2010 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын уңышлы тамамлай. Ошо уҡ йылда тыуған ауылы мәҙәниәт йортона мәҙәни ойоштороусы булып эшкә ҡайта. Бына быйыл уның тыуған еренең мәҙәниәтен күтәреүгә бағышланған хеҙмәтенә — 15 йыл! Һуңғы ике йыл Иншар район мәҙәниәт йортонда эшен дауам итә. Уның етәкселегендә уҙғарылған һәр бер сара ҙур тантанаға әүерелә, күңелгә ятҡан йырҙар менән тамашасы йөрәген яулай. Ул ойошторған байрамдар, концерттар гелән йылы һүҙҙәр, рәхмәт менән оҙатыла.

 Иншар Юлай улы һуңғы йылдарҙа район, республика күләмендәге конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. 2023 йылдың май айында үткән “Ғаилә усағы” республика фестиваль-конкурсында “Вокал” номинацияһында Вәлитовтар ғаиләһе лауреат исеменә лайыҡ булды. Өфөнөң мәртәбәле концерт залында йырлаған Иншар, уның тормош юлдашы Айгизә һәм башҡорт рухында тәрбиәләнгән өс улдары тамашасынан ҙур алҡыш алды.
2025 йылда Иглин районында үткән Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге “Башҡорт һандуғасы” республика йыр конкурсында ла Иншар ҙур уңыш ҡаҙанды — 18 йәштән 35 йәшкәсә ҡатнашыусылар араһында II дәрәжә лауреат булды.

 Хәҙерге ваҡытта Иншар район мәҙәниәт йортонда мәҙәниәт әйҙәүсеһе булып эшләй. Әммә ул йыр-моңға булған мөхәббәтен сәхнәлә ла тулыһынса асырға тырыша. Ошо йәһәттән  дуҫтары  менән менән тыуған ауылында үҙенең тәүге ҙур концертын ойошторҙо. Сара — уның ижад юлына фатиха һорауы, яңы баҫҡыстарға юл асыу булды.

 Ике сәғәт дауамында Иншар Юлай улының моңло, йөрәккә үтеп ингән тауышы сәхнәне тултырҙы. Тамашасы башҡорт халыҡ йырҙары, лирик эстрада йырҙары, заманса премьералар менән кинәнде. Композитор Айрат Ҡобағошов көйөнә һәм ауылдашыбыҙ шағирә Луиза Киреева һүҙҙәренә яҙылған “Һинең йөҙөң, һинең һының” йырын тәүге тапҡыр тыңлау бәхете лә татыны.

Факил ДИЛМӨХӘМӘТОВ

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас