

Йылдар үткән һайын бала сағым матур хәтирәләр булып иҫкә төшә... Уның күп өлөшө Көйөрҙәге районының Яҡут ауылында йәшәүсе атайым Рәмил Зиннур улы Ҡотлобаев менән бәйле.
- Атай, шул тиклем бала сағыма бер нисә генә ваҡытҡа булһа ла ҡайтҡым килә. Мине алдыңа ултыртып, наҙлап ҡына башымды һыйпаған саҡтарҙы бик һағынам... - тим.
- Ҡыҙым, бала саҡҡа ҡайтҡың килгәс, бик яҡшы. Тимәк, ул бәхетле үткән, - тип йылмая атайым.
Ысынлап та, бала сағым - иң бәхетле осор! Сөнки атай ҡанаты, әсәй наҙы аҫтында үҫтек беҙ өс ҡыҙ бала.
Атайым, минең иң ҡәҙерле кешем! Ысын йөрәктән ҡотлайым һине байрамың менән! Һиңә оҙон ғүмер теләйем, бер ҡасан да ауырыма, бәхеткә күмелеп йәшә!
Донъялағы иң матур, йылы һүҙҙәрҙе һиңә еткергем килә!
Иң аҡыллы, иң көслө,
Иң шәп минең атайым.
Шуға ла ер шарынан
Ғорурланып атлайым!
Ҡотлобаева Айлина Рәмил ҡыҙы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның 5-се курс студенты.