Шоңҡар
+1 °С
Облачно
Мәҙәниәт
21 Октября , 08:21

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, яңы бейергә төшкән...

Ансамблдең тәүге исеме “Толпар” ине. Шунан һуң беҙ Беренсе Салауат йыйынында Гран-при алып ҡайтҡас, исем тураһында уйлана башланыҡ. Шул ваҡытта ҡыҙғанысҡа ҡаршы “Дәрүишхан” коллективының етәксеһе мәрхүм булып ҡалғас, “Дәрүиш” исеме тураһында туҡталдым. Бейеүселәргә әйткәс, бөтәһе лә ансамблдең исеме менән ризалашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, яңы бейергә төшкән...Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, яңы бейергә төшкән...
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, яңы бейергә төшкән...

Бейеү – күңелдең һис-тойғоларын хәрәкәт аша һүрәтләүсе ҙур байлыҡ. Бейеүсенең хәрәкәте ярҙамында физик, аң яғынан үҫеше алға бара. Бейеүҙәрҙең музыкаға яҡын булған үҙ ритмы һәм темпы бар. Сығыштар тамаша залы өсөн шатлыҡ та, ҡайғы ла бүләк итә, сөнки хореографтар һәр бейеүгә ҙур мәғәнә һалалар. Шулай уҡ уның төҙөлөшө, композицияһы, идеяһы буйынса ла күпселек төрҙәре донъя күрә: эстрада, хәҙерге заман, классик бейеүҙәр әлеге ваҡытта бик билдәле. Ләкин фольклор, һәр бер телдең традициялары менән тығыҙ бәйле торған халыҡ бейеүе мәңгелек ҡомартҡы тип һанала. Хәрәкәт аша милләттең, ҡатын-ҡыҙ, ир-егет характерын һәм ролен, костюм ярҙамында орнаменттарҙың үҙенсәлеген күреп була. Шулай уҡ элек-электән килгән йолаларҙың сәхнә аша күрһәтеү мөмкинселеге лә бар.

Халыҡ бейеүҙәре менән үҙем дә бәләкәй саҡтан шөғөлләнгәс, был тема миңә яҡын. Мәктәп йылдарында Ғафури районының мәҙәниәт һарайының Илшат Хәбибуллин етәкселегендә Өлгөлө бейеү ансамбле "Быҙыбыт" менән күпселек концерттарҙа сығыш яһаныҡ, конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Шуға күрә әлеге ваҡытта юғары уҡыу йортонда ла бейеү һөнәрен дауам итәм.

Халыҡ бейеү ансамбле "Дәрүиш" менән ҡала, Өфө фән һәм технологияларының Стәрлетамаҡ филалында үткәрелгән концерттарҙа сығыш яһайбыҙ. Коллективтың тарихы, еңеүҙәре, иҫтәлекле ваҡиғалары менән яҡыныраҡ танышыр өсөн ансамблгә нигеҙ һалыусы хореографыбыҙ Рим Хисәметдин улы Асҡаров менән әңгәмәләштек.

– Нисек һәм ҡасан бейеү менән шөғөлләнә башланығыҙ? Уҡытыусыларығыҙ араһында остаздарығыҙ ҙа булғандыр?

- Балалар баҡсаһына йөрөгәндә (4-5 йәштә) бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Биш йәшемдә Өфө ҡалаһында ла сығыш яһаныҡ, шул саҡта беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡтым, 1985 йылдар тирәһе булғандыр. Ҙурая килә туғыҙынсы класты уҡып бөткәс, Баймаҡ районы “Йылайыр” Совхоз техникумына бухгалтер һөнәренә уҡырға индем. Беренсе курстан башлап “Йәйғор” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей башланым. Өсөнсө курста уҡығанда минең етәксем, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанғы мәҙәниәт хеҙмәткәре Нияз Әхмәт улы Байегетов: “Рим ҡустым, һиңә Стәрлетамаҡҡа Хәлил Ишберҙинға эшкә барырға кәрәк, бухгалтер булып эшләмә” , – тине. Бер аҙ ваҡыт үткәс һуңғы курста, Баймаҡтың 60 йыллығы булғанда Римма Ишберҙина мине Хәлил ағай менән таныштырҙы. Бейеү буйынса имтхан тапшырғас, эшкә саҡырҙылар. Ярты йыл уҡып бөтөп, диплом да алдым. Дуҫтарыма эйәреп Стәрлетамаҡ ҡалаһына юлландым. Минең өсөн ят урын һымаҡ тойолдо. Ҙур ҡалаға Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡып йөрөгән дуҫтарым менән сығып киттем. Бейеү театрында документтарымды тапшырып эш башланым да инде.

- Бейеүсегә ҡараған ниндәй талаптар бар? Был һөнәр өсөн иң мөһиме нимә?

– Бейеүселәргә талаптар ҡаты. Үҙеңде был профессияла йәлләргә ярамай. Бейеүсегә иң ҡәҙерлеһе – тамашасаның баһаһы. Уға оҡшамаһа, тимәк артист үҙен тейешлесә күрһәтмәгән. Һәм иң мөһиме бейеүсе өсөн – алҡыштар, шунда ғына яңы үрҙәргә менергә әҙер буласаҡ.

– Стәрлетамаҡ филиалының Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты менән нисек таныштығыҙ?

– Был факультетта дуҫтарым уҡығас, мин дә уларға эйәрҙем. Ул ваҡытта Башҡорт теле, әҙәбиәт һәм тарих бүлексәһе тип атала ине. Ҡалала эшләй башлағас студенттарҙың “Студент яҙы”, “Алло, беҙ һәләттәр эҙләйбеҙ” конкурстарын килеп ҡарай торғайным. Бер мәл Гөлназ Дауратовна менән танышып, ансамбль асырға ҡарар иттек. Данис Султанович Тикеев - шул йылдарҙа факультеттыбыҙҙың деканы менән берлектә ансамбль асырға уй барлыҡҡа килде. Имтиханға бейергә теләүселәрҙе йыйып алдыҡ, беренсе көндә үк утыҙҙан артыҡ ҡыҙ йыйылды. Студенттар араһынан иң һәләтле, мәктәп йылдарында бейеү менән шөғөлләнгәндәрҙе һайлап коллектив төҙөнөк.

– “Дәрүиш” ансамбленең исеменең тарихы ниндәй? 

– Ансамблдең тәүге исеме “Толпар” ине. Шунан һуң беҙ Беренсе Салауат йыйынында Гран-при алып ҡайтҡас, исем тураһында уйлана башланыҡ. Шул ваҡытта ҡыҙғанысҡа ҡаршы “Дәрүишхан” коллективының етәксеһе мәрхүм булып ҡалғас, “Дәрүиш” исеме тураһында туҡталдым. Бейеүселәргә әйткәс, бөтәһе лә ансамблдең исеме менән ризалашты.

– Нисәнсе йылда Халыҡ бейеү ансамбле "Дәрүиш" барлыҡҡа килде? Коллективҡа ниндәй маҡсаттар ҡуйылғайны?

– Халыҡ бейеү ансамбле "Дәрүиш" 2003 йылда барлыҡҡа килде. Төрлө райондарҙан йыйылған Башҡорт филология факультетының һәләтле, дәртле студенттары менән көн дә репетицияға йыйыла башланыҡ. Тиҙ арала һәләте булғандарҙы табып, уларҙы бейергә өйрәтеп, сәхнәгә сығарырға маҡсат бар ине. Халыҡ-ара фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнашыу, еңеүҙәр яулау, ансамблде юғары кимәлгә күтәреү хыялым булғайны.

– Бейеү студенттар тормошона ниндәй өлөш индерә?

– Бейеү тәрбиәүи яҡтан ҙур роль уйнай. Хәрәкәттәр ярҙамында физик, аҡыл үҫеше лә алға бара. Ансамблдәге ҡыҙҙар-егеттәр яҡын дуҫтар, ҡәрҙәштәр була башлайҙар. Уҡыуҙы тамамлағас та бер-береһе менән аралашып, ҡунаҡҡа саҡырышып татыу йәшәйҙәр. Шулай уҡ уҡыу йылдарын күңелле, ҡыҙыҡлы үткәреүҙә "Дәрүиш" ярҙамсы булып тора. Төрлө концерттарҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу мәлдәре яҡты иҫтәлек булып хәтерҙә ҡала. Университетты тамамлап, диплом алғас та бейеүсе профессияһы буйынса эшләү ҙә мөмкинселеге бар.

–"Дәрүиш" менән бәйле хәтерегеҙҙә ҡалған иң уңышлы йылдар тураһында һөйләп үтегеҙ әле.

– 2006 – 2010-сы йылдар иҫтәлекле осрашыуҙарға, ҙур кимәлле концерттарға, еңеүҙәргә бай булды. Дүрт йыл рәттән Санкт-Петербург ҡалаһында үткән федераль һабантуйҙа ҡатнаштыҡ. Унда Башҡортостан республикаһының беренсе президенты Мортаза Рәхимов, Рәсәй Федерацияһының Совет Федерация Рәйесе Валентина Матвиенко менән бергә башҡарылған Һабантуй ритайымы бейеүе хәтерҙә ҡалды. Шулай уҡ, 2010-сы йыл да "Дәрүиш" өсөн уңышлы булды. Ырымбурҙа үткәрелгән халыҡ-ара студенттар конкурсында барлыҡ грамоталарҙы беҙ яуланыҡ. Гран-при һәм тәүге урындарҙы алып ҡайттыҡ. Унан ҡайтҡас, Нальчик ҡалаһында үткән "Бөтә Рәсәй студент яҙы" фестиваленә юлландыҡ. 58 регион араһында беренсе урынға лайыҡ булдыҡ.  

– Буласаҡ бейеүселәргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

– Бейергә лә бейергә кәңәш итер инем. Бушҡа бейеүсе профессияһы аяуһыҙ, ҡаты профессияларҙың береһе тиеп һаналмай. Шул ваҡытта ул һәр милләттең мәҙәниәтен, тарихын бейеү аша башҡарыусыға аңларға ярҙам итә. Шулай халыҡтар дуҫлығын нығыта торған һөнәрҙәрҙең бер төрө тиеп һанала. Ә студент үҙен төрлө яҡтан асып, оло тормошҡа киң ҡараштар менән аяҡ баҫырға тейеш тиеп уйлайым. Бына ниндәй ул – бейеүсе.

Лилиә ӘБЕЛҒАТИНА, Өфө фән һәм технологияларының Стәрлетамаҡ филалы студенты.  2023 йылда яҙылған мәҡәлә.

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, яңы бейергә төшкән...
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, яңы бейергә төшкән...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас