Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Файҙалы кәңәштәр
18 Март 2022, 05:32

Әсәләр ҙә шат, балалар ҙа ҡәнәғәт

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан 

Әсәләр ҙә шат, балалар ҙа ҡәнәғәтӘсәләр ҙә шат, балалар ҙа ҡәнәғәт
Әсәләр ҙә шат, балалар ҙа ҡәнәғәт

 2020 йылда «Демография» милли проектының «Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам - өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу» төбәк проекты сиктәрендә 15 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында 261 өҫтәмә урын булдырылған.

 

         Улар иҫәбендә Ишембай районының 33-сө балалар баҡсаһы ла бар. Бүленгән аҡсаға һыу менән тәьмин итеү һәм канализация инженер системалары тулыһынса алмаштырылған, сантехник һм электромонтаж эштәр башҡарылған, төркөм бөтә санитар ҡағиҙәләр һәм хәүефһеҙлек техникаһы нормаларына ярашлы йыһазландырылған. Мебель, уйын һәм интерактив йыһаз, шулай уҡ мәктәпкәсә учреждение территорияһында уйын майҙансығы өсөн йыһаз һатып алынған.

 

         Капиталь ремонттан һуң 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклемге 20 бала өсөн тәғәйенләнгән төркөм эшләй башлаған.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас