Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Файҙалы кәңәштәр
25 Март 2022, 12:30

Фейктар баҫып алды донъяны

Украиналағы спецоперация тураһында ниндәй генә шикле мәғлүмәт таратылмай! Бындай ваҡытта үҙеңде нисек тоторға, нисек провокациялар йоғонтоһона бирелмәҫкә? Закон менән иҫәпләшергә тура килмәһен. 

Фейктар баҫып алды донъяныФейктар баҫып алды донъяны
Фейктар баҫып алды донъяны

Әле төрлө фейктар таратылғанға күрә, күптәр аптырауҙа ҡалды, ҡурҡа башланы. Шул йоғонтоға бирелеп митинг ойоштороусылар, социаль селтәрҙәрҙә буталсыҡ фекерҙәр әйтеүҙәр көндәлек күренешкә әйләнде. Әммә бындай эшмәкәрлек закон боҙоуға һаналыуы ихтимал. 

Эксперттар аныҡ итеп аңлатма бирҙе. 

Хәҙер РФ Хәрби көстәре тураһында ялған мәғлүмәт таратыусыларға 700 меңдән алып 1,5 миллионға еткәнсе штраф ҡаралған. Шулай уҡ 3 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҙә янай. 

Күралмау, дошманлыҡ тыуҙырырға тырышып уйлап сығарылған фейктар өсөн 10 йылға ултырыу хәүефе бар. Был хәл ниндәйҙер ауыр эҙемтәләр ҙә тыуҙырған булһа - 10-15 йыл "ситлек" көтә. 

Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Панькина килтергән мәғлүмәттәр буйынса, фейк таратыу эше менән 5 меңдән ашыу IT-белгес эшләй, был маҡсат өсөн миллионлап аҡса сарыф ителгән икән. 

Әлеге ваҡытта Интернетта 3 миллион фейк яҙма билдәле.  

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас