

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Иглин районы Оло Теләк ауылында 300 урынлыҡ залы булған социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә.
Төҙөлөш эштәре үткән йылдың апрелендә башланған, 2022 йыл аҙағында тамамлау күҙаллана.
Яңы мәҙәниәт усағының дөйөм майҙаны – өс мең квадрат метрҙан ашыу.
Проект буйынса бинала 300 урынлыҡ тамаша залы, фойела кафетерий, компьютер студияһы, балалар уйын бүлмәһе, тренажер залы, аппараттар, тауыш режиссеры бүлмәһе, 15 мең том һаҡланасаҡ модель китапхана, балалар сәнғәт мәктәбе ҡаралған.
Тирә-яҡ биләмәһе лә төҙөкләндерелә, балалар өсөн майҙансыҡ, ике асыҡ машина ҡуйыу урыны ла ҡуйыла. Мәҙәниәт усағында хәрәкәте сикләнгән граждандар өсөн махсус йыһаздар ҙа ҡуйыласаҡ.