Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Файҙалы кәңәштәр
30 Март 2022, 04:04

Джефф Монсон Туймазыға килгән

Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов билдәләп үткәнсә, район өсөн был турнирҙы үткәреү - мөһим ваҡиға.

Джефф Монсон Туймазыға килгәнДжефф Монсон Туймазыға килгән
Джефф Монсон Туймазыға килгән

Туймазы ҡалаһында «Спорт - тормош нормаһы» дәүләт проектына ярашлы грепплинг буйынса республика турниры уҙҙы. 

Ярыштарҙың мәртәбәле ҡунағы легендар спортсы, грэпплинг буйынса донъя чемпионы Джефф Монсон булды. Мәғлүм булыуынса, Джефф Монсон Башҡортостанда үҙ мәктәбен асты. Ул балаларҙы грэпплингка өйрәтә, шулай уҡ Өфө мәктәптәрендә һәм республиканың башҡа ҡалаларында оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.

Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов билдәләп үткәнсә, район өсөн был турнирҙы үткәреү - мөһим ваҡиға.

- Беҙ көрәштең бер нисә төрөн актив үҫтерәбеҙ, улар араһында - грэпплинг, ММА, грек-рим көрәше, билбау көрәше. Бөгөнгө осрашыу беҙҙең районда грепплинг үҫешенә яңы стимул бирәсәк тип ышанам. Джефф Монсон - билдәле спортсы ғына түгел, ә бик асыҡ һәм эскерһеҙ кеше лә, - тине район башлығы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас