+21 °С
Болотло


30 йәшкә тиклемге йәштәргә эш урыны тәҡдим иткән, хеҙмәт юлын башлап китергә мөмкинлек биргән компаниялар, эшҡыуарҙар субсидия ала башлауы ихтимал.
Үҙ урынын тапҡан һәр йәш кеше өсөн өс минималь эш хаҡы күләмендә федераль субсидия ҡарала.
Яңы саҡ диплом алғандар, тәжрибәһе, урта, махсус белеме булмағандар, мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр, етемдәр, бәләкәй балалы атай-әсәйҙәр хаҡында һүҙ бара бында.
Эш биреүселәргә субсидия алыу өсөн мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк була.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты
Фото - асыҡ сығанаҡтарҙан