Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Файҙалы кәңәштәр
1 Апреля 2022, 04:40

Юл сифаты тикшерелде

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан 

Юл сифаты тикшерелдеЮл сифаты тикшерелде
Юл сифаты тикшерелде

Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 40 саҡрымға һуҙылған автомобиль юлдары төҙөкләндерелгән.

 

Әгәр ҙә объекттарҙа гарантия ваҡыты сыҡмаҫ элек берәй етешһеҙлектәр табылһа, подрядсылар барыһын да үҙ иҫәбенә төҙәтергә тейеш.

Махсус комиссия асфальт-бетон ҡатламы ныҡлығын, тигеҙлеген, яҫылығы һәм ауышлығы нормаларға тура киләме, юҡмы икәнлеген тикшергәндән һуң,ҡайһы бер подрядсыларға етешһеҙлектәрен бөтөрөргә ҡушты.

Комиссия составына сәнәғәт бүлеге, транспорт һәм бәйләнеш бүлеге начальниктары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы вәкилдәре,төҙөлөш бүлеге начальнигы, Стәрлетамаҡ йәмәғәт палатаһы, подрядсылар ойошмаһы вәкилдәре,төҙөлөш контролен тормошҡа ашырыу ( техник күҙәтеү) ағзалары ингән.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас