+21 °С
Болотло


5 апрелдә Өфөнән Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡы өсөн гуманитар йөк тейәлгән өсөнсө колонна юлға сыға.
Йөктөң дөйөм ауырлығы — 83,5 тонна . Унда кондитер һәм икмәк-ҡалас изделиелары, һыу, кофе, шәхси гигиена әйберҙәре, түшәк кәрәк-ярағы, балалар аҙығы, макарон изделиелары, уйынсыҡтар, ярмалар һәм башҡалар бар. Гуманитар конвой был юлы ошо республикаларҙың емерелгән ҡала-ауылдарын тергеҙеү өсөн кәрәкле төҙөлөш материалдары ла алып бара.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 4 һәм 18 мартта республика Донбасҡа ике гумантир ярҙам оҙатҡайны, әле дүртенсе колоннна юлға сығырға әҙерләнә.