+21 °С
Болотло


Хеҙмәттәшебеҙ, яҙыусы Рәзинә Урманшина һәм тормош иптәше Салауат бөгөн ғүмеренең иң бәхетле мәлдәрен кисерә. Улар икенсегә әсәй һәм атай булып, тупылдап торған ҡыҙ баланы йорттарына алып ҡайттылар. Был шатлыҡлы ваҡиғаны уртаҡлашыу өсөн “Шоңҡар” хеҙмәткәрҙәре лә сабыйҙы ҡаршыларға барҙы.
Уңған хеҙмәттәшебеҙ Рәзинә һәм егәрле ир-уҙаман Салауатты ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Яңы тыуған бала ғаиләгеҙгә ҡот-ырыҫ алып килһен, йортоғоҙҙо нурға күмеп, шат йылмайып үҫһен. Һеҙгә ныҡлы сәлмәтлек, ғаилә именлеге, күңел күтәренкелеге теләйбеҙ. Ошондай өлгөлө йәштәребеҙ булғанда халҡыбыҙҙың бәҫе бермә-бер арта ғына!