

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр бүлеге сираттағы ултырышын үткәрҙе һәм онлайн форматта республика райондары һәм ҡалаларының ҡоролтайҙарында эшләгән әүҙем йәштәр менән йәнле һөйләшеү ойошторҙо.
Сәләмләү һүҙе менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов сығыш яһаны һәм ойошма эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре, саралары һәм маҡсаттары хаҡында әйтеп үтте. Атап әйткәндә, быйыл иғлан ителгән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә үткәреләсәк сараларҙа туҡталып үтте һәм уларҙа йәштәрҙең ҡатнашыуы сараға тағы ла әһәмиәт һәм йәнлелек өҫтәйәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Йәштәр һәм спорт буйынса комиссияһы рәйесе, «Арғымаҡ» төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов йәштәрҙе әүҙемерәк булырға, кемдәндер нимәлер өмөт итеп ятмаҫҡа, ә маҡсаттарға ынтылырға, ижади һәм бизнес проекттарҙы тормошҡа ашырырға, уларҙы уңышлы һәм һөҙөмтәле итеү юлдарын эҙләргә саҡырҙы.
«Бөгөн мин ниндәйҙер ҡаҙаныштар яуланым икән, был – фәҡәт үҙемдең тырышлығым. Мин Мәләүез ҡалаһында ябай эшсе ғаиләһендә тыуып үҫтем. Ата-әсәйем миңә алтын тауҙар вәғәҙәләмәһә лә, тормошсан һәм тырыш итеп тәрбиәләй алғандарына рәхмәтлемен. Хәҙер мөмкинлектәр бик күп: проектты тормошҡа ашырыу өсөн гранттар бар, төрлө программалар эшләй. Бөтә донъя башҡорттары ла әүҙем йәштәрҙе бергә туплап, телде, тарихты, мәҙәниәтте һаҡлау йүнәлешле саралар үткәрергә, йүнәлеш бирергә әҙер, » - тине Ринат Рамаҙанов.
– Йәштәр – йәмғиәттең мөһим социаль ресурсы булып тора. Һәр яҡлап үҫешер өсөн мөмкинлектәр күп, улар йәштәрҙең үҙаллылығын, маҡсатлылығын күрһәтә. Ошо йәһәттән, йәштәр ҡоролтайы булдырыу ҙа – беҙҙең өсөн яҡшы яңылыҡ. Бөгөнгө сара бик кәрәкле һәм фәһемле булды, сөнки беҙ тотош республика йәштәре менән киләсәктә бергә эшләйәсәкбеҙ, хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ. Эште нисек башларға, йәштәрҙе нисек әйҙәргә кеүек проблемалар буйынса файҙалы кәңәштәр алдыҡ. Быны беҙ күҙ уңында тотасаҡбыҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр эштәре буйынса комиссияһы ла киләсәктә һөҙөмтәле эшләр һәм әүҙем хәрәкәт булдырыр, тигән өмөттә ҡалам. Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты етәксеһе, урындағы йәштәр ҡоролтайы рәйесе Заһит Ғүмәров иһә түбәндәге фекерен белдерҙе.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.