

Ул йылына ике тапҡыр билдәләнә. Апрель айының өсөнсө, ә сентябрь айының икенсе йомаһында. Был матур байрам 2020 йылда башланғайны.
Саралар барышында барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа үҙ халҡының тарихы, мәҙәниәте, милли йолалары менән танышыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Бөгөн күп кенә модельер һәм дизайнерҙарҙың заманса кейемдәргә лә милли костюм элементтары ҡушып ебәреүе ҡыуаныслы күренеш. Бындай мөнәсәбәт тыуған еребеҙҙең бай үткәне хаҡында хәтер һаҡларға мөмкинлек бирә.
Милли кейем көнө уңайынан баш ҡалабыҙҙа "Тамға" бәйгеһе оҫталарының эштәре күрһәтеләсәк. Экспозицияла Мәскәү, Силәбе, Ырымбур рәссамдары, дизайнерҙары проекттары ла булыуы көтөлә.
Өфөлә шулай уҡ республикала йәшәүсе 12 халыҡтың уникаль экспозицияһы - сигелгән таҫтамалдар күргәҙмәһе тәҡдим ителәсәк.
Байрам сиктәрендә тағы бер мөһим ваҡиға - "Милли кейемде интерпретациялау проблемаһы" темаһы буйынса фекер алышыу планлаштырылған. Бында ғалимдар, кейем етештереү буйынса белгестәр, этнографтар, рәссам-дизайнерҙар менән тәжрибә уртаҡлашыу ойоштороласаҡ.
Шулай уҡ дизайнер кейемдәре күрһәтеү, милли кейемдәрҙә фотосессиялар, күргәҙмәләр, йәрминкәләр, оҫталыҡ дәрестәре көтөлә.
Фото - Artofit