+24 °С
Ямғыр


Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 15 апрелдән 30 майға тиклем тәү сиртатта төҙөкләндерелергә тейешле объекттарҙы һайлап алыу буйынса икенсе Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү ойошторола.
Онлайн тауыш биреү сараһы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы уҙғарыла. Унда теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала.
Бының өсөн za.gorodsreda.ru платформаһында, Дәүләт хеҙмәттәре порталы, кеҫә телефоны йәки “Ирекмән” ҡушымтаһы аша теркәлергә кәрәк.