+21 °С
Болотло


Баҡалы үҙәк район дауаханаһына яңы күп функциялы “Рускан 60” ультратауыш ҡорамалы килтерелде. Аппарат “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы алынды.
“Рускан 60” ультратауыш диагностика системаһы үҙебеҙҙең илдә етештерелә. Иң алдынғы инструменттар менән йыһазландырылған. Уны бәлиғ булмағандарға һәм өлкәндәргә диспансерлаштырыу үткәргәндә файҙаланасаҡтар.