Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Апрель 2022, 09:42

Һаман эшкә урынлаша алмайһыңмы?

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Һаман эшкә урынлаша алмайһыңмы?
Һаман эшкә урынлаша алмайһыңмы?

 “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостанда эш биреүселәр субсидияланған яллау программаһына ярашлы дәүләт ярҙамынан файҙалана ала. Быйыл 4025 йәш кешене эшкә урынлаштырыу күҙаллана. Программа шарттары буйынса сарала хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә тормаған, шул иҫәптән инвалид һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән; хәрби хеҙмәттән һуң 4 ай эсендә эшкә урынлашмаған; һөнәри һәм юғары белемһеҙ йәштәр; етем балалар; бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә торған 16-30 йәшлек кешеләр һәм башҡалар ҡатнаша ала. Эшкә урынлашҡан һәр гражданға эш биреүсе беренсе, өсөнсө һәм алтынсы айҙары өсөн 20797,5-шәр һум алырға хоҡуҡлы. Унда ҡатнашыу өсөн эш биреүселәргә “Рәсәйҙә эш” порталына ғариза ебәрергә кәрәк.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: