Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
26 Апрель 2022, 16:08

Шул йәштәр ҡайҙа икән?

Үҙҙәрен эштә генә түгел, шәхси тормоштарында ла кешеләрҙең иғтибар үҙәгендә буласаҡ һөнәргә (публичная профессия) бағышларға булғас, хәҙер инде кәм тигәндә лә 30 йәшкә еткән был егет-ҡыҙҙар минең был ҡыҙыҡһыныуыма үпкәләмәҫтәр тип уйлайым.  

Шул йәштәр ҡайҙа икән?
Шул йәштәр ҡайҙа икән?

Яңыраҡ ҡулыма “Шоңҡар” журналының 2010 йылғы 12-се һаны килеп эләкте. Тәүҙә битләп ҡарап сыҡтым, шунан ҡул тейгәндә унда сыҡҡан материалдарҙы берәмләп уҡый башланым. Марсель Ҡотлоғәлләмовтың мәҡәләһен, йәки Рәшиҙә Солтанова менән әңгәмәне уҡығанда журнал бынан ун ике йыл элек түгел, ә кисә генә сыҡҡан һымаҡ тойолдо, хатта.
Ә “Студент” һүҙе рубрикаһы аҫтында сыҡҡан “Хыялдарында – бейеклек” тигән мини-интервьюны уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡ булып китте: хәбәрсенең, үҙе яҙғанса, “кемдең кем икәнлеген һынар өсөн” Яңы йыл алдынан бирелгән “тәү ҡарамаҡҡа аҡылһыҙ, әммә уйланырлыҡ” һорауҙарына яуап биргән, ул саҡта Заһир Исмәғилов исемендәге Өфө сәнғәт академияһында М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры өсөн шул йылды махсус йыйып алынған төркөмдә уҡып йөрөгән тиҫтә ярым егет һәм ҡыҙ бөгөн ҡайҙалар? Башдрамтеатр өсөн махсус уҡытылғас, бөтәһе лә аҙаҡ шунда эшкә алынғанмы, шунда эшләп йөрөйҙәрме һ.б.
Белгән кешеләргә яуап биреү еңелерәк булһын өсөн шул егет ҡыҙҙарҙы исем-шәрифтәре менән атап китәйем, журналдағыса тәртиптә:
Илгизә МУЛЛАБАЕВА, Мәсетле районы Иҫке Мишәр ауылы;
Гөлназ ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА, Сибай ҡалаһы;
Рәфил ҒҮМӘРОВ, Ишембай районы Ҡарлар ауылы;
Айгөл ҒИЛӘЖЕТДИНОВА, Хәйбулла районы Байғусҡар ауылы;
Регина ИШБУЛАТОВА, Сибай ҡалаһы;
Айҙар ШӘМСЕТДИНОВ, Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы;
Гөлнара САБИТОВА, Сибай ҡалаһы;
Морат РАФИҠОВ, Хәйбулла районы Мәмбәт ауылы;
Илшат САЛАУАТОВ, Әбйәлил районы Ташбулат ауылы;
Руслан ФАЗЛЕТДИНОВ, Учалы районы Яңы Байрамғол ауылы;
Ҡарлуғас ДҮШӘНБАЕВА, Ейәнсура районы;
Азат ВӘХИТОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы;
Фәнүз ШӘМСЕТДИНОВ, Күгәрсен районы Исем ауылы;
Айнур РИЗУАНОВ, Өфө ҡалаһы;
Филүс АЙСЫУАҠОВ, Ейәнсура районы Байыш ауылы.
Үҙҙәрен эштә генә түгел, шәхси тормоштарында ла кешеләрҙең иғтибар үҙәгендә буласаҡ һөнәргә (публичная профессия) бағышларға булғас, хәҙер инде кәм тигәндә лә 30 йәшкә еткән был егет-ҡыҙҙар минең был ҡыҙыҡһыныуыма үпкәләмәҫтәр тип уйлайым.

 

Фәрит Мортаев, Йылайыр районы. 

 

 

Автор:
Читайте нас: