Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
28 Апрель 2022, 09:30

Ҡала йөҙө яңыртыла

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостана

Ҡала йөҙө яңыртыла
Ҡала йөҙө яңыртыла

 “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының  “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проектына ярашлы, Ишембай ҡалаһында күсмә павильондар, киоскылар, сауҙа-туҡталыш комплекстары, стационар булмаған сауҙа объекттары әүҙем барлыҡҡа килә.

Әле районда биш яңы сауҙа объекты сафҡа индерелгән, 11 сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү объекты яңыртылған, икәүһендә төҙөлөш-монтаж эше тамамланып килә, иҫке алты сауҙа объекты һүтеп алынған.

Миҙгелгә ҡарап асылған сауҙа нөктәләре – ҡойоп һатылған эсемлек, туңдырма, кондитер ризыҡтары объекттарының да тышҡы йөҙө һәм форматы яңыртылған. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: