Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
28 Апрель 2022, 09:22

Иҫкеһе менән сағыштырырлыҡ та түгел

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостана

Иҫкеһе менән сағыштырырлыҡ та түгел
Иҫкеһе менән сағыштырырлыҡ та түгел

Бөрйән үҙәк район дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы 9 миллион 200 мең һумлыҡ эндоскопик комплексыалынды.

Эндоскопия – эске органдарҙы диагностикалау ысулы, төп өҫтөнлөгө – мәғлүмәтлелек, хәүефһеҙлек.  Унан балалар ҙа, ололар ҙа берҙәй файҙалана ала,  ауыртыу тыуҙырмай. Хәҙерге заман эндоскопияһы дауалау операциялары, биопсия алыу, диагноз ҡуйыу өсөн файҙаланыла. 

Аппараттың эш сифатын иҫкеһе менән сағыштырырлыҡ та түгел. Ул сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡларға һәм ваҡытында дауалай башларға ярҙам итәсәк, - тиҙәр табиптар. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: