Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эльбрус Ниғмәтуллин снарядты "шартлатырға" ниәтләй

 Быға тиклем донъяла бер кем дә артиллерия снарядтарына тотонғаны булмаған.  

Эльбрус Ниғмәтуллин снарядты "шартлатырға" ниәтләй
Эльбрус Ниғмәтуллин снарядты "шартлатырға" ниәтләй


9 майҙа көндөҙгө сәғәт 3-тә «Торатау» конгресс-холы янында стронгмендарҙың «Еңеү кубогы» бөтә Рәсәй асыҡ турниры башлана. Был сараны ойоштороу өсөн «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен яулаған Эльбрус Ниғмәтуллин 3,5 меңдән ашыу кешене йәлеп иткән.

 Әйткәндәй, быға тиклем донъяла бер кем дә артиллерия снарядтарын спорт инвентары итеп ҡулланғаны юҡ.

 «Өфөлә Башҡортостандан һәм илдең башҡа төбәктәренән бәһлеүәндәр йыйыла, - ти Эльбрус Ниғмәтуллин. - Бындай сараларҙы тәүгә үткәрмәйем. Ләкин был юлы спортсылар ҙа, тамашасылар ҙа хайран ҡалыр».

Турнир программаһында - ғәҙәти булмаған спорт инвентары менән алты күнегеү. Штанга күтәреү – Эльбрус Ниғмәтуллиндан эксклюзив, шулай уҡ 15 тонналы хәрби «КамАЗ»ды тарттырыу, армия эстафетаһы һәм башҡалар.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: