Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яраймы, юҡмы?

Беҙҙең әсәйҙәр, йома ваҡытында бысраҡ һыу түкмәгеҙ, эш эшләмәгеҙ, эшегеҙҙе йоманан алда бөтөрөгөҙ, ти торғайны. Йома көндө сәғәт 12-гә тиклем кер, иҙән йыуырға яраймы? Әллә йома намаҙынан һуң ғына эшләргәме?        

Яраймы, юҡмы?
Яраймы, юҡмы?

ЯУАП: Йома көнө эшләргә ярамай, тигән һүҙҙәрҙе дөрөҫ аңларға кәрәк. Йома көндө йома намаҙына аҙан әйтелгәндә эшләргә ярамай – йома намаҙына ашығыр кәрәк. Был намаҙҙан алда мосолмандар хөтбә – имамдың мөнбәргә баҫып һөйләгән һүҙҙәрен тыңлайҙар. Шулай итеп, тәүҙә мәсеткә барып, алдараҡ сафтарҙа урын алып, хөтбә башланыуын көтөп ултырыу кәрәкле. Кем йома көнө мәсеткә иртәрәк бара, шул күберәк сауап ала. Йомаға һуңлап килгән кеше иһә ҙур сауаптан мәхрүм була. Шуға ла мосолман кеше был көндө эштәрен башҡа төрлөрәк итеп планлаштырырға тейеш. Мәҫәлән, эштәрен йә кесаҙна көнө бөтөрөргә, йә йома намаҙынан һуңға, йә шәмбегә тиклем кисектереп торорға. Ләкин: «Йома көнө шуны йә быны эшләһәң, гонаһ була», - тип әйтеү дөрөҫ түгел. Йома намаҙына бармаған ир кеше иһә (ҡатын-ҡыҙ түгел) – кер йыуамы ул, иҙән йыуамы, йә тик кенә ултырамы – барыбер гонаһлы, сөнки ул намаҙға бармаған.

 

Пәйғәмбәр ﷺ шулай тигән (хәҙистән өҙөк): «Кем яҡшы итеп йыуынып, таң атыуҙан һуң беренсе сәғәттә йәмиғ мәсеткә йома намаҙына юлланһа, был бер дөйәне ҡорбан салыуға бәрәбәр. Икенсе сәғәттә сығыу – бер һыйыр ҡорбан итеүгә тиң. Өсөнсөлә – һарыҡ, дүртенселә – тауыҡ, ә бишенселә – йомортҡа» (әл-Бохари, Мөслим хәҙис йыйынтыҡтарынан).

 

Автор:
Читайте нас: