Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Файҙалы кәңәштәр
11 Май 2022, 10:47
Элек әсикмәкте шулай бешерҙеләр
Ҡәртәсәй сәй эсеп бөтөүгә матур ғына күк кәстрүлен сығарып алыр ине...
Элек әсикмәкте шулай бешерҙеләр
Ҡәртәсәй сәй эсеп бөтөүгә матур ғына күк кәстрүлен сығарып алыр ине.
Шуға 3-4 ҡалаҡ он һалып, өҫтөнә самауырынан ҡайнап торған һыу ҡойоп, оҙаҡ итеп болғар ине. Был баш яндырыу була. Икмәк башы.
Шуны һыуытып , әсетке һалып болғап, ныҡ итеп төрөп ултырта.
Ул ажғырып күпереп сыҡҡас, табаҡҡа һыу ҡойоп, әҙер әсеткене һалып, болғай, тағы төрөп ултырта.
Был иҙмә күпереп килеп сыҡҡас, уны он һалып матур итеп баҫа. Бисмиллаһ тип әйтеп тороп эшләй. Тиҙҙән мейесенә ут яға...
Баш яндырыуҙан икмәк бешеп сыҡҡансы бер тәүлектәй ваҡыт үтә.
Әсәйем дә шулай бешерә ине. Һәр этабын элеккесә итеп бешереп алдым мин дә әсикмәк. Тәмле булды. Өйҙә ҡомалаҡтың хуш еҫе таралып китте. Икмәк еҫе - бәрәкәт, муллыҡ билдәһе.
Ләлә Рафиҡова битләүенән.
Автор:
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"