Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
12 Май 2022, 12:41

Йүрмә тәмләгәнегеҙ бармы?

Был ризыҡты Фәнүзә Ишбаева ейәндәре менән бешереп ҡараған.  - Йүрмәлгән урамамды бешереп алдым: тәмле генә булды, - ти ул. 

Йүрмә тәмләгәнегеҙ бармы?
Йүрмә тәмләгәнегеҙ бармы?

Фәнүзә Ишбаева сәхифәһенән:

"Бер төркөмдә йүрмә ризығы тураһында көслө генә гәпләшеү булғандан һуң, шуны эшләге килеп тик тора ине, бына кисә ҡорбанға салған һарыҡтың эс майы ла буйтым ҡалын ғына булғас, эшкә тотондом, тотондом, тигәс тә... тотондоҡ инде:ейәнем Нурислам, итте ир кеше турай, тип, үпкә-бауырҙы, итле ерен дә алып, оҙонсалап ҡырҡты, ейәнсәрем Азалия, баҡсала доноп үҫкән оҫҡон, һарымһаҡ, ҡара һуған ҡыяҡтарын ҡушып, һуған тураны. Тоҙлап-борослап, ҡуша болғап, теге эс майына оҙонсалап һалып, төрөп, тышынан ас эсәк мн йүрмәп ҡуйҙыҡ. Теге ас эсәк, шыймалап, ипкенмәй ыҙалатҡайны, уҡыттым аны: әҙерәк бешәкләп алғайным, һыртын бирҙе, эш хутҡа китте. 
 
«Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге»ндә ЙҮРМӘ һарыҡтың эс майынаноҙон-оҙон итеп, ҡырҡып, ас эсәккә ҡуша үреп бешергән ризыҡ, тип аңлатылған. Мин, ике ус аяһындай эс майы ҡырҡып алып, оҙонсалап ҡырҡылған нәмәләрҙе теҙеп һалып, урап, тышынан ас эсәк менән йүрмәп ҡуйҙым бит инде. Шуға минеке урама булманы микән, тип, тәрән уйға сумып ултырған баш әле... Эсәккә ҡушып, сәс һымаҡ хәҙер үк үреп ҡуйыр инем, ҡалғанын бешәкләп, бешереп, бороп, һыуытҡысҡа тығып ҡуйҙым, ныҡ егәрлеләнеп китеп. Йүрмәлгән урамамды бешереп алдым: тәмле генә булды!Ызначит, тегеләй ҙә былай ҙа бара. Тамаҡтан аш үтһен да, имен-һау ашарға яҙһын!"
 
 
 
 
 
 
 
 
Автор:Загида Мусина
Читайте нас: