Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
31 Май 2022, 11:54

Башҡорт робототехника мәктәбе "РобоҺабантуй" үткәрә һәм балаларҙы ял итергә саҡыра!

Ике көн рәттән, 3-4 июндә, Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендәге Морат туғайы тигән яланда "Робоһабантуй" робототехника фестивале уҙасаҡ. Унан тыш робототехника менән мауыҡҡан балалрға ял итеү мөмкинселектәре лә булдырыла.

Башҡорт робототехника мәктәбе "РобоҺабантуй" үткәрә һәм балаларҙы ял итергә саҡыра!
Башҡорт робототехника мәктәбе "РобоҺабантуй" үткәрә һәм балаларҙы ял итергә саҡыра!

Ике көн рәттән, 3-4 июндә, Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендәге Морат туғайы тигән яланда "Робоһабантуй" робототехника фестивале уҙасаҡ.

Ҡатнашыусылар ете төр ярышта көстәрен һынаясаҡ:
- Робофутбол
- Робокөрәш
- Роботтар бәйгеһе
- Арҡан тартыу
- Көршәк ватыу
- Оса торған роботтар бәйгеһе
- «Ҡурсаулыҡ хеҙмәтендә роботтар» тигән ижади проекттар конкурсы.

Туғыҙ йыл элек Әбделмәмбәт ауылында булдырылған «Тимербатыр» робототехника клубы быйылғы уңыштарын «Робоһабантуй» алдында барлап сыҡты.

Рәсәй һәм республика кимәлендә үткән ярыштарҙа тиҫтәнән ашыу еңеү яуланы башҡорт мәктәбе уҡыусылары. Улар араһында Татарстандың Әлмәт ҡалаһында үткән АгроНТИ этабының алтын миҙалы, «Робофест» физика буйынса олимпиадаһының Башҡортостан этабында еңеү һәм Мәскәү ҡалаһындағы финал уйындарында ҡатнашыу. Пермь ҡалаһында уҙғарылған Рәсәй интеллектуаль олимпиадаһында 4-се урын ("Робототехника" йүнәлеше буйынса).

«Тимербатыр» студияһы етәкселәре Инсур Үтәбаев һәм Артур Сәйфетдинов яңы уңыштарға өлгәшеп булғанына ышана. Әлеге уҡыу йылында тағы ике республика кимәлендәге ярыш бар.

«Робототехника менән ҡыҙыҡһыныу мәктәп уҡыусыһы өсөн бик яҡшы күренеш. Беренсенән, бала буш ваҡытын файҙалы шөғөл менән уҙғара, энергияһын кәрәкле йүнәлештә сарыф итә. Икенсенән, техник белемгә ынтылыу киләсәктә тә лә файҙалы була. Әйтәйек, "Тимербатыр"ҙың тәуге сыгарылыш балалары техник вуздарза, программистка укып, эшләп йөрөйҙәр», — ти Инсур Рәмил улы.

Балағыҙҙың йәйге ялын файҙалы һәм күңелле үткәрергә теләһәгеҙ - Бөрйән робототехника лагерына рәхим итегеҙ!

"Тимербатыр" робототехника буйынса йәйге мәктәбе балаларҙы ял итергә һәм файҙалы ваҡыт уҙғарырға саҡыра.

Тап балалар өсөн ныҡ ҡыҙыҡ булған конструкторҙар төҙөү, республика робототехника ярыштарына әҙерләнеү, иң заманса ҡорамалдарҙа эшләү, мауыҡтырғыс уйындар, тәмле итеп һыйланыу, йәш һәм алсаҡ вожатыйҙар-һеҙҙе, һәм тик һеҙҙе генә көтә.

Бүтән лагерҙарҙан айырмалы рәүештә, уҡыусының ижади һәм техник потенциалын асыу, үҫтереү; ҡаланың шау-шыуынан һуң тыныс ауыл ерлегендә, саф һауала үткәрелгән уйындар-барыһы ла тик һеҙҙең өсөн генә.

Ойоштороу сығымдарын ҡаплау өсөн түләү ҡаралған.(Бөрйәндәргә - ташлама!)
7-15 йәшлек балалар ял итә ала.
Тулыраҡ мәғлүмәт төркөмдә - «Тимербатыр» йәйге робототехника мәктәбе
Белешмәләр өсөн тел. 89273362489

Башҡорт робототехника мәктәбе "РобоҺабантуй" үткәрә һәм балаларҙы ял итергә саҡыра!
Башҡорт робототехника мәктәбе "РобоҺабантуй" үткәрә һәм балаларҙы ял итергә саҡыра!
Башҡорт робототехника мәктәбе "РобоҺабантуй" үткәрә һәм балаларҙы ял итергә саҡыра!
Башҡорт робототехника мәктәбе "РобоҺабантуй" үткәрә һәм балаларҙы ял итергә саҡыра!
Башҡорт робототехника мәктәбе "РобоҺабантуй" үткәрә һәм балаларҙы ял итергә саҡыра!
Башҡорт робототехника мәктәбе "РобоҺабантуй" үткәрә һәм балаларҙы ял итергә саҡыра!
Башҡорт робототехника мәктәбе "РобоҺабантуй" үткәрә һәм балаларҙы ял итергә саҡыра!
Башҡорт робототехника мәктәбе "РобоҺабантуй" үткәрә һәм балаларҙы ял итергә саҡыра!
Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас: