Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
1 Июнь 2022, 18:47

Төп йортоң ней хәлдә, яҡташ?

70 йәшен уҙып барған апай тормоштоң әсеһен – сөсөһөн татыған, һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыу йылдарына бала сағы тура килгән, аслы – туҡлы саҡтарҙы ла үткән, бер төҙөлөп – бер емерелеп торған система ауырлыҡтарын да үткән. Шул михнәттәрҙе сабырлыҡ менән үткән апайға ҡартлыҡта был сир михнәтен дә уҙырға тура килә... 

 

Икмәккә ҡағылышлы яҙмаларҙы оҙаҡ ҡына аҫҡа төшөрмәйенсә торҙом. Ни өсөн? Икмәк һәм ғөмүмән ҡамырҙан бешерелгән ризыҡтар беҙҙең ашау рационының күп өлөшөн алып тора тейергә була. Ә рацион беҙҙең сәләмәтлек өсөн яуап бирә. Рационда сыйфатһыҙ ризыҡ күп булған һайын беҙҙең сәләмәтлек ҡаҡшай бара. Ашаған ризығыбыҙ беҙҙең тәндең төҙөлөш материалы. Күп йәки әҙ ашау мөһим түгел, ә ашаған ризыҡтың һәр бер тәғәме беҙҙең организм көтөп торған файҙалы, йәшәү көсө һәм сәләмәтлек бирә торған микро һәм макро элементтарҙан торорға тейеш. Улар булмаһа, бар яҡлап та ҡаҡшау башлана. Милләттең сәләмәтлеген нығытыу тураһында һүҙ барғанда иң беренсе халыҡтың иң күп ашауҙа ҡулланыла торған ризығының сыйфаты яҡшы булыуы мөһим. Ашаған һайын ризыҡ урынына ағыу дәрәжәһенә торорлоҡ ризыҡ рационда булырға тейеш түгел.Шуның өсөн икмәкте беҙҙең тәнгә сәләмәтлек бирерлек итеп бешереү – ул милләтте һаҡлау бәрәбәрендәге бурыс. Был хөкүмәт сәйәсәтенә лә һәм шәхсән һәрберебеҙгә лә ҡағыла. 

Сәләмәтлек темаһы бөгөнгө көндә бик актуаль темаға әйләнде. Быға сәбәп - бөтөн ғәләмде үҙенә буйһондорған тажлы зәхмәттең әле һаман да сигенергә теләмәүе. 

Ошо араларҙа үҙенән – үҙе юлыма тажлы зәхмәт һәм бүтән сирҙән менән дә сирләп, һаман да артабан йәшәргә хәл, дәрт, дарман йыйып китә алмаусылар осрай башланы. Уның янына был сирҙән ҡурҡып паникаға бирелеүселәр, сирләүселәр, ауыр хәлдә ятыусылар, яҡты доньяларҙан китеүселәр тураһында хәбәрҙәр ҙә ишетелә. Бөтөнөһен бер төйөргә төйнәп, башта анализ яһап, ябай ғына һүҙҙәр менән бөгөнгө көндәге ситуацияға үҙемдең ҡарашымды тезис формаһында әүәләп, беҙҙең һаман да ниндәй хаталар ебәреүебеҙ, ҡайһы берҙә вайымһыҙлыҡ күрһәтеүебеҙ, яуаплы булмауыбыҙ, сәләмәтлегебеҙ тураһында тейешле дәрәжәлә ҡайғыртмауыбыҙ тураһында яҙып киткем килә. Был яҙма кемдәргәлер бәлки артабан йәшәү сыйфатын үҙгәртергә, үҙенең сәләмәтлегенең күп осраҡта үҙенә бәйле икәнен аңларға һәм бик күп ауыр сирҙәргә юлыҡмайынса донья рәхәтен күреп йәшәргә ярҙам итер. 

“ Һәр ғәиләлә ниндәй күренештәр беҙгә сәләмәт булырға һәм был короновирус арҡаһында килеп тыуған хәлдәрҙән әҙ юғалтыуҙар менән йырып сығырға, бөгөнгө көндә йәмғийәтте баҫып алған ҡурҡыныс сирҙәргә юлыҡмаҫҡа ҡамасаулай һуң?”- тигән һорау ҡуям. Тажлы зәхмәт килеп сыҡты тип, бүтән сирҙәр юҡҡа сыҡманылар. Тимәк бар яҡлап та профилактика яһау мөһим. 

Беренсе күренеш – ашаған ризығыбыҙ дауамы әллә түгелме тип һаман да уйланып бөтөрмәүебеҙ. Бөгөнгө килеп тыуған шарттарҙа иң беренсе үҙебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу өсөн бары тик иммунитетты күтәрә һәм беҙгә сәләмәтлек бирә торған ризыҡ ашау мөһим икәнен тиҙ арала аңлау - перспектив план. Был стратегия ла һәм тактика ла. Бөгөнгө көндә барған хәлдәрҙе ниндәйҙер дәрәжәлә һуғыш ситуацияһы менән тиңләргә була. Күпләп халыҡтың ҡырылыуы бары тик һуғыш ваҡытында ғына була. Тик дошманды ғына күрмәйбеҙ һәм беҙгә ҡайһы ерҙә һөжүм итерен күҙаллай алмайбыҙ. Тимәк беҙ уға урыҫса әйтһәк “отпор” бирергә һәрваҡыт әҙер булырға тейешбеҙ. Ә нисек отпор бирә алабыҙ һуң? Яуап бер һөйләмгә һыя - юғары иммунитет менән. Был осраҡта юғары иммунитет аҫтында тәндең физик хәләте генә түгел, мораль, әхләҡ, иман ныҡлығы ла күҙаллана. Мин күберәк физик яҡтан әҙер булыуҙың ашауға бәйле булыуын аҫһыҙыҡлап яҙғым килә. Ҡалған яғын һәрберебеҙ үҙе уйларға тейеш, уның өсөн беҙгә Аллаһы Тәғәлә аҡыл, белем йыйыр һәм уйланыр өсөн баш ҡына түгел, мейе лә биргән. “Человек – разумное существо,”- тиелә күп кенә кеше тураһындағы трактаттарҙа. Иммунитет ныҡ булған осраҡта беҙ сиргә бөтөнләй бирешмәҫкә, ауырығанды һиҙмәй үткәрергә, сирләгән осраҡта еңел дәрәжәлә үткәреп, тиҙ аяҡҡа баҫа алабыҙ. Был осраҡта короновирус ҡына түгел, бүтән ауыр сирҙәр ҙә күҙ уңында тотола.Әлбиттә, һаулыҡтың ҡаҡшауына психологик хәләттәр, тормош мәшәҡәттәре, стресстар ҙа сәбәп була ала. Уларҙы ла үтеп китәсәк күренештәр тип ҡарап, сабырлыҡ менән уҙа белеү ҙә иммунитетты һаҡларға ярҙам итә. Был күренештәрҙе көйләү бераҙ ауырлыҡ тыуҙырһа, ә бына ашауҙы көйләү, уны беҙҙең тәнгә файҙалы итеп әҙерләп ашау, бары тик үҙебеҙҙән тора, артыҡ ҡыйынлыҡ юҡ. “Аллаһы Тәғәләнән уҙып булмай, яҙмышҡа яҙғаны шулдыр,”- тип аҡлайбыҙ ҙа ҡуябыҙ теләһә ҡайһы килеп тыуған кире хәлдәрҙе. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ҡырыр өсөн, төрлө сирҙәр ебәрергә план ҡороп ултыралыр тип уйламайым. Тирә - яҡты тултырып шифалы үҫемлектәр үҫтерә, ә уларҙың файҙаһы тураһында интернет тулы мәғлүмәт, тыйылғандарынан тыйылып йәшәргә өйрәтеүсе китаптар сығып тора. Тик күптәребеҙҙең ултырып уйланырға ла ваҡыты булмау арҡаһында был белемдәрҙе йыйырға һәм өйрәнергә ваҡыты етмәй.Ошо урында ҡыҫҡа ғына тарих яҙып китәм.” Һеҙҙең менән кәңәшләшәһе ине. Йогаға йөрөй инем, шунда бер ҡатын бирҙе телефоныңды. Аптырағандан шылтыратам. Тормошомда күңелһеҙ хәлдәр тыуып тик тора. Сәбәбе нимәлә икәнен аңламайым. Әтейем йәй ковидтан китеп барҙы. Ул беҙҙең ныҡлы терәк ине. Хатта ҡыйын. Әллә шуға көйәләнде әнейем, белмәйем, әнейемдә яман сир таптылар.Көскә операцияларҙы йырып сыҡтыҡ. Әле лә хәле әйбәттән түгел. Минем башымда шеш таптылар. Ҡайҙан килеп сыҡты? Ҡыҙымдың һул күҙенә бар әйбер икәү булып күренә башланы. Окулистар сәбәбен әйтә алмайҙар. Ирем ковидтан һуң аяҡҡа баҫып китә алмай йонсой.Инде йыл булып килә. Табибтар тупһаһын тапай – тапай йонсоноҡ инде. Күпме дарыу эселде. Аптыраған инде, арыным. Осо – ҡырыйы юҡ. Бөтөнөбеҙ ҡырылабыҙ, ахыры” 

Осрашып, һөйләшеп ултырҙыҡ. Нимәләр асыҡланыҡ? 

-Бөтөн ғәиләне сир баҫҡан икән, тимәк ашаған ризыҡ сәләмәтлек бирмәй, дөрөҫ туҡланмау арҡаһында бөтөн ғәилә ағзалары сиргә батып бара, ҡайһы бере инде батҡан. 

- Организм бик оҙаҡ хәл йыя алмай икән, тимәк ашаған ризыҡта тейешле туҡлыҡлы элементтар етмәй йәки буш ризыҡ ашауға көйләнгән. 

- Был сәбәптәр янына физик активлыҡ әҙ булыуы, сыйфатлы һыу эсмәү, ғәиләлә ыңғай һәм позитив уйлы мәлдәр әҙ булыуы, һәм башҡа сәбәптәр ҙә өҫтәлергә мөмкин. 

Һөйләшкән дә ашаү мәсьәләһенә бик иғтибар бирелмәүе асыҡланды. Ашау һис һүҙһеҙ әйбәт. Әйбәт файҙалы тигәнде аңлатмай. Хужабикә ике көндөң берендә тип әйтерлек ҡамыр ҡуйыуын, ул ҡамырҙы бары тик синтетик магазин сөпрәһендә ҡабартыуын, бик йыш торт бешереүен, ҡыҙының бик тәмле – томдо ашарға яратыуын. әнейенең ит бәлешен һәм туҡмас ашы яратыуын һөйләне. Ит ризығы беренсе урында тора. Ит ашы, мантый, пилмән, пирожкилар...Иткә бер ҡаршылығым юҡ. Тик уны ла паразиттарға ризыҡ булмаҫлыҡ итеп ашау кәрәк. Һуғанлап, борослап, һарымһаҡлап, салаттар менән. Бары тик көндәлек ризыҡ араһында сей йәшелсәләрҙең булмауы, салатты бик әҙ ашауҙары билгеле булды. Милли ризыҡтар хуплауға лайыҡ. Тик ҡамыры ғына элекке ҡомалаҡ сөпрәһендә баҫылмауы эште харап итә. Әлбиттә, сөсө ҡамыр менән бешереү был ғәиләлә бөтөнләй юҡ тейерлек ине. Һәр ашаған бәлешкә, пирогтарға беҙ үҙебеҙгә лә, ғәилә ағзаларына ла бик һәйбәтләп кенә сиргә сәбәп төрөп бирәбеҙ. 

Ошо урында ғәиләнең бер ағзаһы хәләтенә туҡталып китәйек әле. Хәлдең әйбәтләнмәү сәбәбен асыҡлайыҡ. Иң оло кеше - әней! 70 йәшен уҙып барған апай тормоштоң әсеһен – сөсөһөн татыған, һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыу йылдарына бала сағы тура килгән, аслы – туҡлы саҡтарҙы ла үткән, бер төҙөлөп – бер емерелеп торған система ауырлыҡтарын да үткән. Шул михнәттәрҙе сабырлыҡ менән үткән апайға ҡартлыҡта был сир михнәтен дә уҙырға тура килә... 

Башына аҡ яулығын ябынып, әле генә намаҙын уҡып сыҡҡан апайҙы күргәс,күҙҙәремә йәштәр тығылғанын һиҙеп, тиҙ генә үҙемде ҡулға алдым. Уның хәлһеҙ, һарғайған йөҙөнә ҡарап, “Их, нишләп бәхетле һәм интекмәйенсә йәшәй торған ҡартлыҡ насип булмай башланы күптәргә?”- тип өҙгөләнеп һорау бирҙем эстән генә өҫкә ҡарап. Кем ғәйепле? Ярты йыл элек эсәктән яман шеште операция менән алыуҙары, хәҙерге ваҡытта метастаз булып, яңы шеш үҫеүе билгеле булды. Бар һөйләшкәнде яҙмайым. Үҙемдең һығымта тезисын бирәм. 

- Эсәк рагына еткереүсе ризыҡ күп ашалған. Бәлеш ҡамыры ла, пирогтар, магазин икмәге – барыһы ла синтетик сөпрәлә бешерелә. Сәй печенье, конфет, пирожныйҙар менән эселә. Кипкән емештәр, бал да бар. Өҫтәлдә сәй эсергә әҙерләнгән ризыҡ та шул уҡ ине. “Апай, былар барыһы ла рак клеткаларын үҫтерә һәм кешене эстән серетә, беләһегеҙме?”- тип һораным. Апайға былар барыһы ла ниғмәт ине. Аңлайым, һуғыштан һуңғы йылдар балалары, улар өсөн һәр ризыҡ изге нимә. Намаҙ һайын ошо ризыҡ өсөн Аллаһы Тәғәләгә икһеҙ – сикһеҙ рәхмәттәр уҡылыуына ышанам. Тик Аллаһы Тәғәләнең ғәйебе юҡ. Ул биргән ризыҡтарҙы күҙҙәребеҙ күптән күрмәй башланы, эй ризыҡтарҙы төрләндерәбеҙ, яһалма нимәләр ҡушабыҙ, биҙәйбеҙ... Ризыҡ беҙгә сәләмәтлек бирмәй башланы. 

Эйе, эстә ниндәй булһа ла шеш үҫеүе билгеле булыуы менән үк һәрберебеҙ “Ниндәй ризыҡ менән уны үҫтерҙем һәм минем ниндәй яуапһыҙлығым уны үҫтерергә булышлыҡ итте?”- тип уйларға һәм хатта операция яһатып шеште алдырып ташлағас та, төрлө дауаланыуҙар үткәндә лә, үтеп бөткәс тә был һорауға яуап табырға тейешбеҙ. Тапмаһаҡ, бер шеште барлыҡҡа килтергән шарт икенсеһен дә үҫтерә. Кеше теге шештән метастаз киткән тип уйлай, юҡ, беҙ һаман шеш үҫтерә торған ризыҡтар ашауҙы һәм шарт тыуҙырыуҙы дауам итәбеҙ. “Эсем ҡата!!!, өс – дүрт көн сыға алмайым,”- тине ул мөлдөрәп ҡарап. Ә ашағанды эсәк буйлап этеп сығарыусы клетчатка бармы һуң ризыҡ араһында? Юҡ!!! Ә улар “двигатель всего что мы едим “икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Тик апайҙың ашауында бешмәгән йәшелсәләрҙән, бигерәк тә кишер, сөгөндөр, ашҡабаҡ, кәбеҫтә кеүек грубый клетчаткалы ризыҡтар юҡ ине. Арбаға утын төйәнек тә атты егергә оноттоҡ та арба үҙе бара тип уйлайбыҙ кеүек!!! Былай ҙа көсһөҙ һәм хәлһеҙ организм эсәктәргә йәбешеп ята торған картуф, ит, ҡамыр ризыҡтарын ҡабул итә, тик уларҙы эсәктәр еңел генә этеп сығара алмай. Хәле юҡ. Һәм улар оҙаҡ ята, ҡата, кибә, серей!!! Күнеккән һөтлө ҡара сәй эсеүен әйтте. Бер һүҙем дә юҡ. Күптәр уны эсмәһә баш ауырта тейҙәр.Әммә ләкин... Ҡартая килә үҙебеҙҙең тыуған яҡтың үләндәре сәйҙәре лә эселһә әйбәт булыр ине.Һәм шулай уҡ көн үҙәгендә өйҙә һыҡҡан апельсин, лимон, кишер, сөгөндөр, гранат, ашҡабаҡ һәм б. Һуттар барыһы ла организмға иммунитет күтәрергә ярҙам итә. Һәм уларҙан рак клеткалары уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡалар. Үрсей алмайҙар, үләләр, булған шештәр ҙә купироваться итәләр, йәки үҫеүҙән туҡтайҙар. Һәм ҡайһы бер кеше рак шешенә үҫергә бирмәйенсә оҙаҡ йылдар йәшәй алыуы билгеле. Хатта шеш тора – бара кибә, ҡата. Ашатмаһаң!!! Бының өсөн бер ҡайҙа ла барырға һәм сығымдар сығарырға кәрәк түгел. Бар булған мөмкинселекте ошо профилакткаға юнәлтеү мөһим. 

Һыу – тормош сығанағы. Һыу эсеү бөтөнләй юҡ ине. Таҙа һыу инмәгәс, тимәк тәндәге “отработанный” бысыраҡ һыу лимфаларҙа йыйылып, ҡан составын бысыратып ята. Ҡан юлдарына эс ҡатыу арҡаһында барлыҡҡа килгән сереп ятҡан ҡалдыҡтарҙан төрлө зыянлы элементтар һурыла, улар ҡанды бысырата, ул сирҙәргә ҡаршы көрәшә алмай. Кешенең хәле бөтә, кислород етмәй, арыта, йөҙ һарғая, кеше ағарынып – күгәренеп ҡата башлай. Бөтөн ер кибә, торғонлоҡ булғас ҡан баҫымы күтәрелә, бауыр йүнләп эшләмәй, ағзаларҙа функциялар һүнә. Был яғымлы һәм бик зиһенле апай быларҙың барыһын да бик диҡҡәт менән тыңланы. Һәм үҙен ғазапланып йәшәй торған ҡартлыҡҡа еткереүсе бары тик үҙе ғәйепле булыуын төшөнде. Күпме хеҙмәт ҡуйып, фиҙәкәр стаж менән лайыҡлы рәвештә алған пенсияһын да үҙенә файҙаға бармауын элегерәк белһә ине!!! Шулай уҡ үрсеп ятҡан рак клеткаларын ҡыйрата торған әрем( ғәлимдәр әремдең 93проц. рак клеткаларын ҡыйратыуын иҫбатлаған), пижма үләндәрен ҡуллана башлау, самалап бешмәгән ҡәнәфер, ҡыҙыл борос, балан, миләш, һуған, һарымһаҡ, һәм башҡа файҙалы ризыҡтарҙы әҙләп ашап өйрәнергә һөйләштек. “Һуң булһа ла уң булһын,”- тип, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң тип барыһын да үҙгәртергә һөйләштек. 

Рак сиренә етмәү ҡыйын түгел. Бары тик рак клеткаларына ризыҡ бирмәҫкә, тәнде йыуып, һепереп, таҙартып, унда торғонлоҡ булдырмау беҙҙең төп бурыс. Быны ҡайһы йәштә лә башлау һуң түгел. Хатта тәмле ризыҡты ашаған хәлдә лә көндә уның ҡалдыҡтарына сереп ятырға һәм паразиттарға, грибоктарға, инфекцияларға ризыҡ булырға бирмәү – беҙҙең төп бурыс. 

Был ғәиләнең башҡа ағзаларына туҡталып тормаһаҡ та булалыр. Барыһы ла бер ҡаҙандан ашайҙар.Йылға яҡын хәл йыя алмаған ир ҙә, башында шеш үҫкән ҡатын да, бер күҙенә әйберҙәр ике булып күренгән( грибоктар, инфекциялар, паразиттар күҙгә бара торған капиллярҙарға, ҡан юлдарына инеп урынлашып, уларҙы тарайтып, күҙгә туҡланыу барыуҙы насарайтып, күҙ насар күрә башлай, бер әйбер ике булып та күренә башлау бар, күҙҙең функциялары насарая, был осраҡта ошо сәбәп төп булырға мөмкин) ҡыҙ ҙа ошо ризыҡты ашай. Ризыҡҡа киткән аҡса, уны әҙерләргә сарыф ителгән ваҡыт, түгелгән көс... Былар барыһы ла беҙгә файҙа килтерергә тейеш. Беҙҙең төп бинабыҙ, йортобоҙ – тәнебеҙ һәм йәнебеҙ сәләмәт, ныҡ, көслө булһын тиһәк, өҫтәлебеҙгә күҙ һалайыҡ. Ундағы ризыҡ файҙалымы, беҙгә дарыумы әллә ағыумы? Беҙгә ағыу булғаны барыһы ла сир үҫтереүсе ғәләмәттәргә ризыҡ булып тора. 

Өйҙәренә килеп ингәс тә бар ерҙә лә бөхтәлек, зауыҡ менән йыйылған йыһаҙҙар күҙгә салынды. Был беҙҙең икенсе йортобоҙ. Беҙ унда тормош алып барабыҙ. Ул да йәмле, матур, арҙаҡлы, ҡотло булырға тейеш. Әммә ул йортта сәләмәт тәндә һәм йәндә йәшәр өсөн, тапҡан малыбыҙҙың рәхәтен күрер, был доньялыҡта ғазапланып йәшәмәҫ, Аллаһы Тәғәләнең бүләге – ғүмеребеҙҙе бәхетле итеп йәшәр өсөн иң төп йортобоҙҙо - тәнебеҙҙе иң беренсе тәртиптә, таҙалыҡта, сафлыҡта тоторға тейешбеҙ. Бының өсөн көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, ашаған ризығым дауамы тип бер ултырып уйланыу бик мөһим. Бер уйланыу күпме бәләләрҙән йолоп, зиһенде үткерләп, аҡылды камиллаштырып, күҙҙәребеҙҙә яҡты нур уятыр.

 

Зәүхиә Низамиева

Төп йортоң ней хәлдә, яҡташ?
Төп йортоң ней хәлдә, яҡташ?
Автор:
Читайте нас: