Шоңҡар
+11 °С
Облачно
Файҙалы кәңәштәр
9 Июня 2022, 04:36

Башҡортостан ағасынан эшләнгән продукцияларҙы сит илдәрҙә юғары баһаланылар

Ағасты тәрән эшкәртеүҙән алынған продукцияның төп өлөшө 14 контейнер поезы менән Ҡытайға оҙатылды, изделиеларҙың бер өлөшө - Монголияға.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан ағасынан эшләнгән продукцияларҙы сит илдәрҙә юғары баһаланыларБашҡортостан ағасынан эшләнгән продукцияларҙы сит илдәрҙә юғары баһаланылар
Башҡортостан ағасынан эшләнгән продукцияларҙы сит илдәрҙә юғары баһаланылар

Йыл башынан төбәктең ағас эшкәртеү предприятиелары 42,357 мең кубометр  ағас-юнысҡы плитәләре экспортҡа сығарған, тип хәбәр итә БР буйынса Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығының матбуғат хеҙмәте. 

Ағасты тәрән эшкәртеүҙән алынған продукцияның төп өлөшө 14 контейнер поезы менән Ҡытайға оҙатылды, изделиеларҙың бер өлөшө - Монголияға. Төҙөлөш материалының бөтә партияларын да "Россельхознадзор" белгестәре тикшергән һәм сертификат алған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сит илдәр менән алыш-биреш  «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ғәмәленә ярашлы башҡарыла. 

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас