Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
13 Июнь 2022, 12:25

Башҡортостан Башлығы өфөләргә «Ҡашҡаҙан»ды реконструкциялауҙа ғына туҡталып ҡалмаҫҡа вәғәҙә бирҙе

Айнур Акилов
Фото:Айнур Акилов

Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында, Өфөләге «Ҡашҡаҙан» паркы асылғандан һуң хәбәр итте.

«Алдан вәғәҙә иткәнсә, Рәсәй көнөндә беҙ халыҡҡа Ҡашҡаҙан күлен тапшырабыҙ. Һәм беҙ һүҙебеҙҙә торҙоҡ - хәҙер, глобаль реконструкциянан һуң, был Өфөнөң һыу эргәһендә урынлашҡан иң заманса, йәмле һәм матур парктарының береһе», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Яңыртылған паркка өфөләрҙең барыһы ла, шул иҫәптән  әсәйҙәр, өлкән йәштәгеләр, спортсылар, һыу буйында ял итергә яратыусылар ҙа киләсәк, тип ышана республика Башлығы.
«Һауа торошон көтәбеҙ, тиҙҙән Ҡашҡаҙанда һыу инергә мөмкин. Ә фонтан ниндәй икәнен үҙегеҙ күреп тораһығыҙ. Ләкин Ҡашҡаҙанда туҡтап ҡалмайбыҙ, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. - Өфөнөң 450 йыллығына яңы, ҙур спорт объекттары - спорт көрәше һәм фехтование үҙәктәре, ишкәкле слалом өсөн комплекс төҙөрбөҙ. Реконструкциянан һуң ҡурсаҡ театры үҙ ишектәрен асасаҡ. Төҙөкләндереү менән ҡаланың һәр районына инергә тырышасаҡбыҙ. Халыҡҡа уңайлы һәм йәмле булһын өсөн был бик мөһим».

"Башинформ"

Автор:Айгиз Баймухаметов
Читайте нас: