Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
23 Август 2022, 08:00

Аллаһу Тәғәлә беҙҙе шундай хәлгә төшөүҙән һаҡлаһын!

Аталары ризаһыҙлығын белгертеп:     — Уның атаһы фәҡирлектә йәшәне. Шуға күрә ҡыҙына  бер нәмә ҡалдыра  алманы, — тип әйтте.Тормошта ниндәй генә хәлдәр булмай! Ә һеҙ шундай  ғәжәп хәлгә шаһит булғанығыҙ бармы? 

Аллаһу Тәғәлә беҙҙе шундай хәлгә төшөүҙән һаҡлаһын!
Аллаһу Тәғәлә беҙҙе шундай хәлгә төшөүҙән һаҡлаһын!

Ғаилә ағзалары, киске аш ашау өсөн, өҫтәл артына йыйылған. Оло улдары күрше ҡыҙына өйләнергә теләгәнен хәбәр итте.

       Аталары ризаһыҙлығын белгертеп:
    — Уның атаһы фәҡирлектә йәшәне. Шуға күрә ҡыҙына  бер нәмә ҡалдыра  алманы, — тип әйтте.
Әсәләре иһә ҡушылып:
    — Ул бит аҡса тота белмәй. Бөтөн эшләгән аҡсаһын бик тиҙ туҙҙырып бөтөрә, – тине.
Һүҙгә бәләкәй улдары ла ҡушылды:
    — Ул бит футбол хаҡында ла бер нәмә  белмәй.
Һүҙгә оло ҡыҙы ла ҡушылып китте:
— Һеҙ уның битен күргәнегеҙ бармы?Уның бите һипкелдәр менән тулған.
        Кейәүҙәре лә үҙенең һүҙен әйтте:
    — Уның бөтөн белгәне – телевизор ҡарау.
        Өләсәләре лә ҡалтырана-ҡалтырана:
   — Ул бит төҫөн килтереп кейенә лә белмәй, — тип әйтеп ҡуйҙы.
   — Һеҙ уның килешмәгән күҙлек кейеп йөрөүен күргәнегеҙ юҡтыр әле, — тип ҡартаталары ла һүҙгә ҡушылды.
      Бөтә тәнҡиттәрҙе тыныс ҡына тыңлап  ултырған  оло улдары:
   — Эйе, шулайҙыр. Әммә ләкин уның берегеҙҙә лә булмаған бер өҫтөнлөгө бар, — тип әйткәс, бөтөн ғаилә бер тауыштан:
  — Ниндәй өҫтөнлөгө? — тип һораны.
  — Уның һеҙҙең кеүек туғандары юҡ, —тип яуап ҡайтарҙы улдары.
       Хөрмәтле дуҫтарым, кешенең кәмселеген күрә белеү – ғорурлыҡ түгел. Киреһенсә, кешенең яҡшы яғын күреп, ыңғай баһа бирә белеү — ысын ғорурлыҡ.

         Тормошта шуны күҙәтеп була: үҙҙәре кәмселектәр соҡорона төшөп батҡан уҫал һәм насар
кешеләр башҡаларҙағы яҡшы сифатты күрә алмайҙар. Аллаһу Тәғәлә беҙҙе шундай хәлгә төшөүҙән һаҡлаһын.

 

Фото: proprikol.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: