Бының өсөн һөткә 2 ҡалаҡ тоҙ һалып утҡа ултыртырға. Шунда уҡ 200 г ҡаймаҡҡа 6 йомортҡа һалып ныҡлап туҡырға ла, һөткә ҡушып бутарға. Һөт яйлап эремсекләнә, һыуы бүленеп сыға башлай. Сыр ҡаҙан төбөнә йәбешмәһен өсөн һәр ваҡыт бутап торорға кәрәк.
Дуршлагҡа ҡат-ҡат итеп марля йәйеп, ҡайнап сыҡҡан сырҙы һалырға. Һыуы һарҡып бөткәс, ҡаплап, өҫтөнә һыу менән тулы 3 литрлы банканы ултыртып ҡуйырға. 5 сәғәттән сыр әҙер. Уны һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.
Ҡаймаҡ урынына кефир алырға ла була. Тағы ла сыр ҡайнаған саҡта йәшел йәки киптерелгән тәмләткестәр өҫтәп уны үҙенсәлекле тәм менән эшләйҙәр.