Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
21 Сентябрь 2022, 10:30

Юлдар ялтлап торорға тейеш

«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресында Башҡортостан юлдарының үҫеш планы менән таныштырҙылар.

Юлдар ялтлап торорға тейеш
Юлдар ялтлап торорға тейеш

Республикала өс федераль трасса үтә. Оҙонлоғо буйынса республиканың юл селтәре 55,6 мең километр тәшкил итә. Юлдарҙа ремонт эштәре бара. М5 «Урал» трассаһында бындай эш 2024 йылда тамамлау перспективаһы менән алып барыла. М7 федераль юлының оҙонлоғо 186 саҡрым тәшкил итә, шуның 72 саҡрымы норматив киңлеккә эйә. Р240 юлында Стәрлетамаҡты урап үткән 20 саҡрымлыҡ участканың дүрт һыҙатына тиклем юлды киңәйтеү планлаштырыла. Артабан эштәр Салауат ҡалаһына тиклем дауам итәсәк.

Ултырышта ҡатнашыусылар федераль бюджеттың Башҡортостанда юл төҙөлөшөнә күрһәткән етди ярҙамын билдәләне. Өфөлә лә әүҙем ремонт бара. Әлеге ваҡытта Пугачев урамы яңыртыла, артабан Ағиҙел йылғаһы аша тағы бер транспорт үткәүеле төҙөлә. Транспорт проектының хаҡы 9 миллиард һумға баһалана.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: