

Ябай итеп әйткәндә, хәлде алалар. Ирең көнөнә әллә нисә шылтыратып, бер үк нәмәне биш тапҡыр һорашырға мөмкин. Ә мин уҡып ултырам, йәиһә мөһим әйбер менән мәшғүлмен. Эштән арып ҡайтаһың, ә балаң мыжый, уның менән уйнап алырға кәрәк. Мәшәҡәттәрең дә өйөлгән, уларҙы хәл итергә кәрәк. Балаң мыжый ҙа, мыжый... Йәиһә, ҡатының ваҡ-төйәк һорауҙар менән шылтырата, борсой. Шул ғына эште үҙе лә эшләп ҡуяла бит! Ул бимазалаһа, телефонға ҡысҡырып ебәрәһең :"Минең эшем баар!". Йә булмаһа, оло йәштәге әсәйең йөҙ тапҡыр сериал тураһында һөйләй. Һинең менән шул сериал тураһындағы тәъҫораттары менән уртаҡлашаһы килә. Әсәй, ниндәй сериал?! Беҙҙең тормошобоҙ - үҙе бер сериал, һин пенсияла булғас, ваҡытың күп инде... Ул президенттың нимә һөйләгәнен күпме ҡабатларға була? Ә? Аяҡ һыҙлай, тип күпме иларға була? Теңкәгә тейә, әлбиттә. Аңлайым.
Әммә... Уларҙың бер ваҡытта ла шылтыратмауын күҙ алдына килтереүе ҡурҡыныс! Хәлеңде алып, бер үк хәбәрҙәрен дә һөйләмәйәсәк улар. Уйнарға ла саҡырмаясаҡтар. Ваҡытың да күбәйеп китер. Әсәйебеҙ тураһында бөтөнләй сит кешеләргә зарланыуыбыҙ тураһында үкенергә ваҡыт күп булыр. "Теңкәмә тейҙе!", - тип иребеҙ тураһында илай, "кит әле!", тип балаларыбыҙға ҡысҡыра торғайныҡ. Барыһы ла иҫкә төшөр, тик, хатта, этеңә лә, ҡысҡырыр бер кемең ҡалмаҫ. Бер кем ҡамасауламаҫ. Туйғансы китап уҡырһың, мәшәҡәттәреңде хәл итергә тырышырһың, аралашыр өсөн сит кешеләр табылып торор.
Донъялағы иң мөһим кешеләрегеҙгә иғтибарығыҙҙы бүлегеҙ. Көс табығыҙ.
Яҡындарыбыҙ менән аралашыр, хатта ялҡытҡыс булһа ла, һөйләшер өсөн күпте бирергә риза булырбыҙ, тик һуң булыр. Уларҙың тауышын ғына ишетер өсөн дә күпте бирергә теләрбеҙ.
Мин үҙемдән сығып яҙам. Юғалтҡандар - аңлар. Беренсе сиратта яҡын кешеләрегеҙгә ваҡыт бүлегеҙ. Эштәр көтөп торор. Кешеләр мәңгелек түгел. Үлгәс тә өс көнлөк эш ҡала, тиҙәр...
Автор: А.Кирйән
Тәржемә: "Хазина" төркөмө