

Суйын табалар,суйындан эшләнгән башҡа һауыт-һабалар ваҡыт үтеү менән ҡоромға, майға янып, йәмһеҙләнеп ҡатып китә. Йылына бер тапҡыр шыйыҡса эшләп ҡайнатып таҙалап ала инек. Күптән тотонмаған элекке табаларымды эҙләп алып индем әле,тефаль табалар беҙҙең турала уйлаһа ла, беҙҙең совет заманындағы табаларға етмәй инде.
Йылына бер тапҡыр ялтыратып, ҡайнатып, ҡырып йыуып, яңыртып алаһың да тағы ла рәхәтләнеп тотонаһың. Элек магазинда, үҙегеҙ беләһегеҙ, ассортимент бик ярлы булыу сәбәпле, беҙ кер һабыны, ҡағыҙ йәбештереү өсөн һатылған келәйҙе һалып, тағы ла нәмәләр ҡуша инек, тап бына шул өсөнсө ингредиенты онотҡанмын.
Хәҙерге заманда ярай әле интернет бар, үҙеңә оҡшаған рецепты эҙләп табырға ғына кәрәк, унда ниндәйе генә юҡ! Беҙҙең Рәсәй халҡының фантазияһы бай, шуның өсөн фантастик рецептар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, нашатыр спирте менән таҙаларға ,күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле, ҡатҡан суйын табаны нашатыр спирте менән таҙалауҙы! Ә шулай ҙа мин иң яҡшы, иң ябай, иң эффективный рецепты таптым. Һеҙгә лә, ҡәҙерле дуҫтарыма, ошо ябай, әммә бик яҡшы, эффектлы рецепты тәҡдим итәм.
1стакан кер йыуыу порошогы.
1стакан белизна.
0,5 стакан көнбағыш майы.
10 литр һыу (йәғни бер күнәк һыу).
Бер сәғәт ҡайнатаһың, шунан йыуаһың. Әгәр таҙарып бөтмәһә тағы бер аҙ ҡайнатаһың. Миңә ошо ябай ғына рецепт бик оҡшаны, элекке СССР табаларым тап таҙа булып ялтырап ултыралар әлеге мәлдә.