Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Файҙалы кәңәштәр
29 Ноябрь 2022, 09:20

Ҡаҙ мамығын нисек йыуырға?

Ҡаҙ мамығын нисек йыуырға?Ҡаҙ мамығын нисек йыуырға?
Ҡаҙ мамығын нисек йыуырға?

 

Йомшаҡ мендәр эшләү өсөн иң башта ҡаҙ мамығын йыуырға кәрәк.

Ҡаҙ мамығын йыуыу өсөн ике ҡат марля йәки бәз туҡыманан тышлыҡ тегергә һәм ҡаҙ йөнөн шунда тултырырға кәрәк. Йөн кейеме йыуа торған порошок йәки кер һабыны һалынған һыуҙа ике сәғәт тоторға. Артабан шампунь һалып сайҡатырға, аҙаҡ һыуыҡ һыуҙа бер нисә тапҡыр сайҡарға һәм таратып киптерергә кәрәк. Ҡояшлы көндә йыуғанда, бигерәк тә яҡшы. Шулай уҡ ҡаҙ мамығын ҡайһы бер хужабикәләр йыуғандан һуң, таҙа тышлыҡҡа яңынан тултырып, бер нисә аҙна буйы тышҡа элеп ҡуя. Был осраҡта ла йөн кибә. Әйткәндәй, иҫке мендәрҙәрҙең мамығын да шулай итеп таҙартырға мөмкин. Мендәрҙәрегеҙ күпереп торһон, йоҡоларығыҙ татлы булһын!

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" 

 

Автор:
Читайте нас