Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Файҙалы кәңәштәр
3 Ғинуар 2023, 06:15

Әремдең шифаһы

Төндә лә йоҡлай алмай интегә башлағас,әремеңде бир әле тине.Өс көн тигәндә һауыҡты ла ҡуйҙы.

Әремдең шифаһыӘремдең шифаһы
Әремдең шифаһы

Әрем минем иң яратҡан үләнем. Мөғжизәле, ғәйрәтле, көслө үлән ул.Үләндәрҙең батшаһы. Иң әсе тәмле... Әрем тураһында күп яҙҙым.Ошо араларҙа ғына әремдең файҙаһын күреүселәр яҙҙылар.
- Күршем әллә һыуыҡ тейеп,әллә вирус эләгеп,ныҡ ҡына сирләп больницта ятып сыҡты.Тик ныҡ йөткөрөү һәм ғәләмәт ныҡ ҡаҡырыҡ сығыуы менән ыҙаланыуы бөтмәй интекте.Әрем эсеп ҡарарға тәҡтимемде ҡолаҡҡа ла элмәне.Төндә лә йоҡлай алмай интегә башлағас,әремеңде бир әле тине.Өс көн тигәндә һауыҡты ла ҡуйҙы.Эшкә сыҡҡас, етәксе ир - аттың короновирустан ныҡ ауырып, үпкәһе поражаться итеп ятҡанын ишеткән дә,минән әрем алып, уға алып барып бирҙе.Бер атна тигәндә шәбәйгән.
- Профилактика дозаһын(10 -15 бөртөк сәскәһен йәки сәй ҡалағы осонда үлән сималын ярты стакан ҡайнар һыуҙа 10 минут ҡаплап торабыҙ ҙа ашар алдынан бер сәғәт,йоҡлар алдынан бер сәғәт ҡала эсәбеҙ)
гел ҡурсалап йәки грипп,орзи,орв сезонында ҡайнар әрем эсәбеҙ.Беҙ йә еңел үткәрәбеҙ, йә бөтөнләй сирләмәйбеҙ. Аллаға шөкөр.Әтейемде ҡотҡарып алып ҡалдыҡ.Коронанан һуң үпкәһе гел насар ине.Оҙаҡ йәшәмәҫ ине, моғайын.Ҡайнар әремде бер атна тигәндәй көнгә ике = өс сәғәт һайын эсертеп торҙоҡ.Әйбәтләнгәс, иртәле - кисле эсте.Тулыһынса һауыҡты.Хәҙер ике атна ял итә,ике атна эсә. "Миңә ныҡ оҡшай.Файҙаһы ҙур",  - ти
- Майын яһап,самалап тубыҡтарға һөртә торғас, гел элекке ваҡыттағыса һыҙламай башланылар.
Ошолай әремдең уңай файҙаһын алыусылар яҙып торалар. Улар бихисап. Аллаһы тәғәләнең ғәжәйеп,бер кем ҡабатлай алмаҫлыҡ тәбиғәт исемле лабораторияһында,бар шарттар тыуҙырылып, бөтөн кәрәкле кешегә файҙа бирерлек этаптарын үтеп, беҙгә әҙер көйө бирелә. Ал да ҡуллан. Батшаға ла, ябай кешегә лә бер төрлө ярҙам итә.
Әремде һис кенә лә иҫтән сығарырға ярамай тип һығымта яһайым мин.Ни өсөн?Нисек йыйырға, нисек ҡулланырға,ниндәй хаталар ебәрмәҫкә, кемгә ярай,кемгә юҡ? Һәм башҡа һорауҙар.Яуаптарҙы фәнни дәрәжәлә уны өйрәнгән, иҫбатлаған сығанаҡтарҙы ла тыңлайыҡ. Белемле меңде йығыр...

Зәүхиә НИЗАМИЕВА.

travaks.com

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас