Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Файҙалы кәңәштәр
6 Ғинуар 2023, 05:40

Ҡыҙыл сөгөлдөр бик файҙалы

Һеҙ халыҡ медицинаһын  ҡулланаһығыҙмы? Бәлки, үҙегеҙ генә белгән серҙәр барҙыр? Яҙығыҙ.

Ҡыҙыл сөгөлдөр бик файҙалыҠыҙыл сөгөлдөр бик файҙалы
Ҡыҙыл сөгөлдөр бик файҙалы


1,5 кг сөгөлдөрҙөң һәр береһен 4-5 өлөшкә бүлеп, 2 литр ҡайнар һыу ҡойорға һәм 1 сәғәт талғын утта бешерергә. Һуңынан 1 аш ҡалағы шәкәр һәм 1 аш ҡалағы алма һеркәһе өҫтәргә. Ҡатышманы һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.
Ашар алдынан көнөнә 3-4 тапҡыр 30-50 мл сөгөлдөр төнәтмәһен эсергә һәм 1-2 киҫәк сөгөлдөр ашарға кәрәк.
Әлеге рецепт:
ҡанды таҙарта
бауырҙы таҙарта
ракка ҡаршы көрәшә
йөрәк-ҡан һәм тын алыу системаһын яҡшырта
остеопорозды профилактикалай
организмды йәшәртеү көсөнә эйә

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас