+21 °С
Болотло


► Аҡсаны алған көндө үк туҙҙырмағыҙ.
► Хеҙмәт хаҡығыҙҙың, иң аҙы тигәндә, 10 процентын йыйып барығыҙ.
► Янсыҡтағы аҡсағыҙ тәртиптә, купюралар номиналдары буйынса бүленгән булһын.
► Магазинға исемлек менән генә йөрөгөҙ, планлаштырылмаған нәмә һатып алынмаҫ.
► Магазинға ас килеш бармағыҙ.
► Көн һайын күпме аҡса эшләүегеҙ һәм тотоноуығыҙ хаҡында иҫәп алып барырға кәрәк.
► Сығымдарығыҙҙы анализлау өсөн уларҙы “файҙалы” һәм “файҙаһыҙ”ға бүлеп сығығыҙ.
► Кредит алмаҫҡа тырышығыҙ, кредит карталарын ҡулланмағыҙ.
► Саҙаҡа бирергә онотмағыҙ. Биргән аҡсағыҙ, һис шикһеҙ, әйләнеп ҡайтасаҡ.