+4 °С
Болотло
Гөлдәрҙә ваҡ себен, башҡа бөжәктәр күренһә, тупрағына көкөртө менән аҫҡа 5 бөртөк шырпы төртөп ҡуйығыҙ. Тәүлек һайын шырпы бөртөктәрен алмаштырығыҙ. Шулай
уҡ “Звездочка” бальзамын гөл һауытының ситенә һөртөп ҡуйһағыҙ, бөжәктәр юҡҡа сығыр. Тағы бер ысул – лимон, әфлисун ҡабыҡтарын гөл һауыты тирәләй һалырға,
әҙерәген тупрағына күмергә кәрәк. Бөжәктәр гөл төбөнә көл һалғанды ла яратмай. Улар шунда уҡ юҡҡа сығыр. Көл гөлгә бик яҡшы ашлама ла.