Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Файҙалы кәңәштәр
17 Апрель 2023, 11:19

Сәскәнегеҙ уңһын тиһәгеҙ

Ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Сәскәнегеҙ уңһын тиһәгеҙСәскәнегеҙ уңһын тиһәгеҙ
Сәскәнегеҙ уңһын тиһәгеҙ

- барлыҡ йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нашатыр спирты ҡушығыҙ (10 литр һыуға 2 аш ҡалағы);
- 100 грамм әсеткене 10 литр һыуҙа эретеп һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә;
- сөгөлдөр баллы булһын өсөн, һирәкләгәс, аш тоҙо иретмәһе һибергә (10 литр һыуға бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы;
- помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлар өсөн һөт йәки эркет һыуына (сыворотка) бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк;
- помидор һәм ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны вегетация осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта;
- һуған көпшәләнмәһен өсөн ултыртыр алдынан сәй содаһы иретмәһенә һалып торорға кәрәк (бер литр һыуға бер балғалаҡ сода);
- еләктәргә сәскә атыр алдынан йод эретмәһе һибегеҙ. 10 литр һыуға - 10 тамсы;
- йод иретмәһен шулай уҡ кәбеҫтә лә бик ярата. Сәкән яһала башлағанда һибеү яҡшыраҡ. 10 литр һыуға - 40 тамсы.

Һәм, әлбиттә, ер бил бөккәнде ярата!

 

Сығанаҡ: https://vk.com/im?peers=157351971&sel=150653071&w=wall-179373056_1079%2F8579834e8c79f9d4a9

 

Фото: Freepik

Автор:Загида Мусина
Читайте нас