Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Файҙалы кәңәштәр
10 Май 2023, 08:25

Һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Республиканың  көнсығышында 0, -3° һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә

Һауа торошо ниндәй буласаҡ?Һауа торошо ниндәй буласаҡ?
Һауа торошо ниндәй буласаҡ?

 

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 10 майҙа, республикала яуым-төшөмһөҙ, көньяҡта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +12, +17°, урыны менән +7°.

11 майҙа төндә урыны менән бер аҙ ямғыр, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта киҫкен. Һауа температураһы төндә +1, +6°, республиканың  көнсығышында 0, -3° һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә, көндөҙ +14, +19°.

12 майҙа төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, көньяҡ райондарҙа көндөҙ йәшен йәшнәүе фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8°, көндөҙ +11, +16°, көньяҡта +6°.

"Башинформ"

Фото: "Башинформ"

Автор:
Читайте нас